Түләү хаҡы күпме?

Быйыл республикабыҙҙа юғары уҡыу йорттарына 7 мең 751 бюджет урындары (магистратура­ны иҫәпкә алмағанда) бүленгән. Ә барлығы 20 меңдән артыҡ сығарылыш уҡыусылары мәктәпте тамамлаған. Ни эшләргә? Түләүлеһенә барырға тура киләсәк. Тик бына вуздарҙа хаҡтар артҡан икән. Беренсе курста бакалавриатта ҡайҙа күпме аҡса кәрәк икәнен белеп ҡуйығыҙ.

Башҡорт дәүләт университетын­да – 64 меңдән 126 меңгә тиклем. Иң ҡиммәтлеһе – «Наноматериалдар» бүлеге, ул быйыл ғына асылды. Элегерәк «Юриспруденция» иң-иңе ине.
Өфө дәүләт авиация-техник университетында – БДУ-лағы кеүек түләүҙәр. Авиация двигателдәре факультетында, нанотехнология буйынса бүлектә хаҡтар иң юғарыһы.
Өфө дәүләт нефть-техник университетына яҡын барырға ҡур­ҡыта. Унда кеҫәң ҡалын булһа ғына йөрьәт ит. Бер курсҡа түләү хаҡы – 105 меңдән 150 меңгә тиклем.
Башҡорт дәүләт медицина университетында – шулай уҡ 64 меңдән 126 меңгә тиклем. Теш табибы һөнәрен һайлаһаң, ҡиммәтерәккә төшә.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты ла хаҡтарҙың үтә ҡиммәт булмауы менән ҡыуандыра: 64 меңдән 126 меңгә тиклем. «Дизайн», «Физкультура» һәм «Китапхана эштәре»ндә генә хаҡтар «тешләшә».
Ә бына Башҡорт дәүләт аграр университеты һаман да иң арзан вуз булып ҡала. Унда түләп уҡыу өсөн 64 меңдән 86 мең һум аҡса ла етә.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code