Сыйырсыҡтар ҡайтты

Яҙғы тамсы йырлай йырын,
Ҡояшҡай сәсә нурын.
Умырзая баш ҡалҡыта,
Төйәгенә ҡоштар ҡайта.

Сыйырсығым килде бөгөн,
Күреп сыҡты яңы өйөн.
Ҡанат ҡағып һайраны,
Йәмле яҙҙы маҡтаны.

Сыйырсығым, ҡошҡайым,
Әйҙә ҡыуан, дуҫҡайым.
Ҡайтырһың һин яҙ һайын,
Тынмаһын көй-моңҡайың.

Рәлиә ЙОМАҒУЖИНА, «Шишмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Белорет районы, Манышты ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code