Сыйырсыҡ

Өй алдындағы ағасҡа
Эшләнем мин ҙур оя.
Унда сыйырсыҡ үҙе лә,
Ҡошсоҡтары ла һыя.

Сыйырсығым килеп ҡунды,
Яратты бит ояны.
Эшем өсөн мине маҡтап,
Матур итеп һайраны.

Көн дә иртән сәләм бирә
Ояһынан сыйырсыҡ.
Һайрауыңды бик яратам,
Йә, тиҙерәк осоп сыҡ!

Рәфис АРЫҪЛАНОВ, VIII синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Манышты мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code