Сумка-һыуытҡыс

Йәй – сәйәхәттәр мәле. Урманға, йылға-күл буйына ял итергә йыш бара­һығыҙҙыр. Ауылдарҙа мал аҙығы әҙерләгән осор. Моғайын, күптәр көнө бу­йына етерлек аҙыҡ-түлек алып, иртәнән ҡараңғы төшкәнсе бесән эшләйҙер.

1-се һүрәт.

Беҙ бала саҡта һөт әсемәһен, май иремәһен, ит боҙолмаһын тип, уларҙы күләгәгә, йыуан ағас төбөнә, хатта һал­ҡын һыулы шишмәгә ағып китмәҫлек итеп һалып ҡуя торғайныҡ.
Сумка-һыуытҡыс булдымы икән ул элек? Хәҙер күптәр аҙыҡ-түлекте шунда һалып йөрөтә. Әйҙәгеҙ, уны үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләп ҡарайыҡ. Бының әллә ни ҡыйынлығы юҡ. Өйҙәге берәй сумканы ла ҡулайлаштырырға мөмкин. Тик ул замоклы булһын. Эсенә ҡуйыр өсөн фольгоизолон тигән материал кәрәк. Төҙөлөш магазиндарында һатыла. Ситтәрен йәбештереп сы­ғырға скотч кәрәгәсәк. Фольгалыһы яҡшыраҡ булыр. Әҙер сумкаға фольгоизолондан эслек яһайбыҙ. Ҡалынырағын һайлаһаҡ, һыуытҡысыбыҙ оҙағыраҡ эшләйәсәк. Сумка эсенә һыйһын өсөн бер нисә сантиметрға тарыраҡ итеп, материалды өлгө буйынса киҫәбеҙ (1-cе һүрәт). Ситтәрен скотч менән йәбештерәбеҙ. Еңелерәк булһын өсөн тәүҙә степлер, булавка йә энә менән эләктереп сығырға мөмкин. Таҫмалар киҫеп алып, тышҡы яҡтан да йөйҙәргә йәбештереп сыҡһаң, сумканы йылы инеүҙән нығыраҡ һаҡлар. Ҡаплай торған урынын ҙурыраҡ итеп ҡалдырһаң да ярай, замок текһәң, тағы ла һәйбәтерәк. Килеп сыҡҡан эслекте сумка эсенә ҡуйғас, араларына синтепон, мамыҡ йә иҫке одеялдан ҡыр­ҡып алынған киҫәктәрҙе тултырырға кәрәк. Буш булып тормаһын.

2-се һүрәт.

Сумка-һыуытҡыс әҙер (2-cе һүрәт). Хәҙер һыуыҡты һаҡлаусы аккумулятор­ҙар эшләргә ҡалды. Иң ябай ысул – һыу тултырып туңдырылған бәлә­кәйе­рәк пластик шешәләрҙе ҡулланыу. Шулай ҙа боҙ кубиктарын герметик эләктергесе булған шыптыр һауыттарға һалып ҡулланыу уңайлыраҡ. Аккумуляторҙы сумка төбөнә һалалар. Аҙыҡ-түлек араларына аралаштырып тултырһаң да була. Әйткәндәй, һыуҙы туңдырыр алдынан тоҙ өҫтәһәң, оҙағыраҡ иремәй һаҡланасаҡ.
Бер нисә ҡағиҙәне иҫтә тотоғоҙ. Аҙыҡ-түлекте сумкаға һыуытҡыстан алғас та һалһаң яҡшыраҡ. Сумка-һыуытҡысты ҡояш нурҙарынан һаҡлағыҙ. Машинала йөрөткәндә ҡалын әйбер йә шул уҡ фольгоизолон киҫәге менән ҡап­лағыҙ. Әлбиттә, һыуытҡысығыҙҙы һирәгерәк асырға кәңәш ителә.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code