Спортсы тигән дандары бар

Тренер-педагог Рөстәм Мөҙәрис улы Һабанғолов үҙенең сая ҡыҙҙары Айгөл һәм Гөлназ менән.

Шарандағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-педагогы Рөстәм Мөҙәрис улы Һабанғоловты мин ошо ауылдың 1-се мәктәбендә осратырмын, тип һис тә уйламағайным.

– Бында малайҙар һәм ҡыҙҙар менән күнекмәләр үткәрәбеҙ, – тине ул. – Ишеткәнегеҙ барҙыр, беҙҙең спорт мәктәбендә электән һәләтле йәш көрәшселәр тәрбиәләнә. Бигерәк тә дзюдо, каратэ, тхэквондо һәм билбау көрәше буйынса секциялар уңышлы ғына эшләп килә. Был йәһәттән ауыл райондары араһында алдын­ғы урындарҙы биләйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа беҙҙә үҙ йәше төркөмөндә Рәсәй чемпиондары ла үҫеп сыҡты. Мин үҙем бала­лар­ға каратэ көрәше алымдарын өйрәтәм. Шу­ны ғорурлыҡ менән әйтә алам, быйылғы миҙгелдә ҡыҙым Гөлназ үҙенең еңеүҙәре менән бары­быҙ­ҙы ла һөйөндөрҙө. Ҡы­шын беҙ Силәбе ҡалаһында Урал федераль округы беренселегендә ҡатнаш­ҡайныҡ. Унда Гөлназ 11 йәшкә тиклемге ҡыҙ­ҙар төркөмөндә II урын яуланы.

Был спорт мәктәбендә каратэ секцияһы эшләй башлауға 10 йыл тула икән. Иҫтәлекле юбилей­ҙарын матур һөҙөмтәләр менән ҡаршыларға йыйыналар.
Эйе, тәжрибәле тренер-педагог Рөстәм Һабанғолов спортҡа булған һөйөүен үҙенең балаларына ла бирә алған. Телгә алыуынса, быйыл V синыфты тамамларға йыйынған Гөлназ хәстәрлекле ата­һының ҡул аҫтында каратэ көрәше менән инде етенсе йыл шөғөлләнә. Әҙерлеге яҡшы булғас, ҡыйыу һәм сая ҡыҙ хәҙер ҙур ярыштарҙа ла уңышлы сығыш яһай. Бер үк ва­ҡытта уҡыуҙа ла һынатмай, тик «бишле»гә генә өлгәшә. Өлгөр баланың тағын бер һәләте асылған. Ул илһамы уянғанда һүрәт төшөрөргә әүәҫләнәп алған. Шуға спорт секцияһынан тыш, Шарандағы һынлы сәнғәт мәктәбенә лә йөрөй.
Сығарылыш синыфында белем алыусы апаһы Айгөл дә – ата-әсәһенең, шулай уҡ мәктәптең бер ғорурлығы. Уҡыған йылдарында тик «бишле»гә өлгәшкәндәр сафын тулыландырған. Педагогтар әйтеүенсә, ул өлгөргәнлек аттестаты менән бергә миҙал алыу­ға ла дәғүә итә. Урта синыфтарҙа уҡ Айгөлдә математика дәрестәренә ҙур ҡыҙыҡһыныу уянған. Дүрт йыл рәттән ошо фәндән районда үткәрелгән олимпиадала беренселекте бер кемгә лә бирмәгән, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә лә призлы урындар яулау­ға ирешкән. Мәктәптән һуң да ул абруйлы уҡыу йорттарының береһендә физика-математика йүнә­лешендәге факультет­ты һайларға ҡарар ит­кән.
Һәләтле ҡыҙҙың спорт өлкәһендәге уңыштарын да телгә алып үтмәй булмай. Күп йылдар ул һөйөклө атаһы етәкләгән каратэ секцияһында шөғөлләнгән. Тырышлығы һәм ныҡышмалылығы бушҡа китмәгән. Айгөл хатта халыҡ-ара ярыштарҙа ла үҙенең оҫталығын һәм таһыллығын күрһәтергә өлгөргән.
– 2015 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән Рәсәй Кубогы өсөн алыштарҙа III урын алдым. Шул уңышым менән спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәнем, – тип һөйләне беҙгә көрәшсе ҡыҙ. – Ә 2016 йылда миңә Белоруссияның Гомель ҡалаһында уҙғарылған халыҡ-ара турнирҙа ҡатнашыу һәм үҙ көсөмдө һынап ҡарау бәхете тейҙе. Унда ла яҡташтарымдың, яҡындарымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнем – пьедесталдың II баҫҡысына күтәрелдем. Ғөмүмән, белорус илендәге шул бәйгегә барып ҡайтыу күңелемдә ма­тур тәь­ҫораттар ҡалдыр­ҙы. XI синыфта уҡығанда инде ярыштарға бигүк йөрөмәнем, ваҡытымды күберәк БДИ-ға әҙерләнеүгә бүләм.
Әлбиттә, һөйкөмлө ҡыҙ­ҙарҙың һоҡланғыс уңыштарында, тормошта яулаған тәүге бейеклектәрендә әсәләре Оксана Бо­рисовнаның да тәрбиә­үи роле ҙур. Ул үҙе бер тү­гел, ике юғары уҡыу йор­тон тамамлаған. Әлеге көн­дә райондағы мәш­ғүллек үҙәгендә бухгалтер-иҡтисадсы булып эшләй.
Бына шулай көтмәгәндә Шаранда беҙ бар яҡтан да алдырған, спорт менән дуҫ Һабанғоловтар ғаиләһе менән таныштыҡ. Келәмдәге сәмле алыштарҙа алған сынығыуҙары иһә Гөлназ менән Айгөлгә был тормошта алдарына ҡуй­ған яҡты маҡсаттарына ирешергә, яҡындарын яңы уңыштары менән ҡыуандырырға, һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Шаран районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code