Спорт ярата беҙҙең малайҙар

Наил Мөхтәров, Айнур Баһауетдинов, Искәндәр Муллағәлләмов, Арыҫлан Әбдрәхимов.

Һеҙ фотола күргән малайҙар – синыфыбыҙҙың ғорурлығы. Улар – көслө, өмөтлө спортсыларыбыҙ. Физкультура, хеҙмәт дәрестәрен яраталар, көтөп алалар.

Уҡытыусыларыбыҙҙан да бик уңдыҡ. Хеҙмәттән – Булат Салауат улы Туҡтамышев, ә физкультуранан Вәзих Минвәғиз улы Әфләтүнов һәм Илмир Марат улы Түләбаев уҡыта. Уларҙы хөрмәт итәбеҙ, дәрестәре бик ҡыҙыҡлы һәм матур үтә.

Илмир Марат улы быйыл ғына эшкә килһә лә, бөтәбеҙҙең дә ихтирамын яулап өлгөрҙө. Малайҙарыбыҙҙың барыһы ла район, ҡала һәм республика сараларында бик әүҙем ҡатнаша, приз­лы урындар яулай. Вәзих Минвәғиз улы – гимназиябыҙҙың элекке уҡыусыһы ла. Булат Салауат улы ла күп йылдар эшләй, бөтәһе лә уны белә һәм ярата.
Малайҙарыбыҙ ысын батырҙар кеүек. Наил Мөхтәров – синыфтағы иң көслө спортсы. Баскетбол һәм волейболды ярата. Каратэ буйынса миҙалдары ла бар. Йөҙөү менән шөғөлләнә, ә бәләкәй са­ғында футбол секцияһына йөрөгән.
Арыҫлан Әбдрәхимов каратэ менән шөғөлләнә, футбол һәм хоккей уйнар­ға әүәҫ, бәләкәй сағында хоккейға йөрөгән. Арыҫлан тырыш, телгә лә шәп, бар синыфты һәм уҡытыу­сыларҙы көлдөрөп, кәйефтәрен күтәрә.
Айнур Баһауетдинов – беҙҙең боксёр, баҫалҡы һәм ярҙамсыл малай. Ҡыҙҙарға ҡарата ихтирамлы, башҡаларҙан айырылып тора. Атаһына оҡшап, тарих фәнен ярата.
Искәндәр Муллағәлләмов – матур тауышлы йырсы. Башланғыс синыфтарҙа «Тылсым» йыр түңәрәгенә йөрөнө, төрлө сараларҙа ҡатнаша ине. Матур итеп шиғырҙар, әкиәттәр һөйләй.
Киләсәктә Ватандың ҡыйыу һаҡсылары, рухлы, илһөйәр булып үҫерҙәр, тип ышанам.

Руфина ЛОҠМАНОВА, VI «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code