Спортһыҙ донъя йәмһеҙ уларға

Унынсыла уҡыған Гөлнар Сурағолова көнөн йүгереүҙән башлай. Иртәнсәк 6-ла тора ла ҙур ауылды бер урап сыға. Шунан урамда төрлө күнекмәләр яһай. Һуңынан тамағына ашап, күтәренке кәйеф менән мәктәпкә юллана. Ниндәйҙер сәбәп менән бер генә көн йүгермәй ҡалһа инде, ул үҙендә ауырлыҡ тоя, нисектер ҡыйын булып тора, хатта кәйефе ҡырыла. Өйрәнгәнгә күрә инде. Гөлнар – шулай уҡ шәп саңғысы ла, волейбол менән дә шөғөлләнә. Районда үткән ярыштарҙа ҡатнашмай ҡалмай. Йыш ҡына призлы урындар алып ҡайта.

– Атайым спорт яратты. Өс бала араһынан ни өсөндөр мине спортсы итеп күргеһе килде. Иртә бесән сабырға өйрәндем, кәрәк бул­һа, утынын да ярам. Һыбай йөрөргә яратам.
Ғәҙәттә, үҫмер саҡта малайҙар ҡыҙҙарҙы үпкәләтеүсән, ә минән улар үҙҙәре ҡур­ҡа. Физик яҡтан көслөмөн, тип әйтә алам. Атайым бокс менән шөғөлләнеүемде теләгәйне. Ләкин беҙҙә әлегә ундай мөмкинлек юҡ, – ти йәш спортсы.
Синыфташы Гөлнәзирә Зәйнәғәбдинова – Гөлнар­ҙың иң яҡын әхирәте. Уның да спорт буйынса уңыштары етерлек. Йүгереү, саңғы буйынса алдына сығырмын, тимә. Шуныһы ҡыҙыҡ, улар­ҙың икеһенең дә атайҙары бер синыфта уҡы­ған, шулай уҡ спорт яратҡан һәм яҡын дуҫтар булған. Аҙаҡ ғаиләләре менән аралашып йәшәгәндәр. Бер тирәгә йорт һалғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһе лә был донъянан иртәрәк китеп бара. Ә ҡыҙ­ҙары уларҙың юлын дауам иткәндәй.
Әйткәндәй, быйыл мәктәптең спорт залында капиталь ремонт яһаласаҡ, спорт кәрәк-яраҡтары ҡайтарыласаҡ. Вәт, исмаһам, рәхәтләнеп шөғөлләнәсәктәр.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Белорет районы, Йөйәк ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code