«Спортһыҙ – донъя йәмһеҙ!» – ти Динислам Хөсәйенов

Гимназиябыҙҙа көслө спортсылар байтаҡ ҡына. Шуларҙың береһе – Х «Б» синыфы уҡыусыһы Динислам Хөсәйенов. Ул туғыҙ йәшенән спортҡа ғашиҡ. «Динамо» стадионына футбол секцияһына йөрөй, баскетбол менән дә шөғөлләнә. Фотоһы «Гимназиябыҙҙың иң шәп спортсылары» тигән таҡтала эленеп тора.

– Һинең спорттағы иң ҙур ҡаҙанышың? тип ҡыҙыҡһынам унан.
– Баскетбол буйынса ҡала беренселегендә беренсе урын яулау инде. Стәрлетамаҡҡа ярышҡа барырға тейеш инек, ләкин көтөлмәгән эштәр килеп сыҡты ла унда икенсе урын яулаған команда китте.
– Ә спорттан башҡа тағы ла нимәләр менән ҡыҙыҡһынаһың?
– «Алтынай» студияһында шөғөлләндем. Ҡалабыҙҙың төрлө театр сәхнәләрендә сығыш яһаным.
– Иң яратҡан дәрестәрең?
– Әҙәбиәт, тарих фәндәре оҡ­шай. Ә иң яратҡан дәресем – физкультура! Минең девиз: «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!»
– Яратҡан уҡытыусың да бар­ҙыр әле?
– Физкультура уҡытыусыһы Вәзих Минвәғиз улы Әфләтүнов, әлбиттә.
– Төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, дәрестәрҙе лә ҡалдырырға тура киләлер, моғайын. Уҡытыусылар быға нисек ҡарай?
– Әҙерәк эләгә инде. Ни эшләйем, спортты ныҡ яратам бит. Ике юлдың береһен һайларға тура килә. Әлбиттә, спорт менән мауығыу уҡыуға ҡамасауламаҫҡа тейеш. Быны аңлайым. Дәрестәргә әҙерләнеп йөрөһәң, уҡытыу­сылар бер ни ҙә әйтмәй.
– Ғаиләгеҙ менән дә таныштырып кит әле…
– Ғаиләбеҙҙә дүрт кеше: атайым, әсәйем, Айҙар ағайым һәм мин. Ағайыма – 22 йәш. Уны музыка ҡыҙыҡһындыра. Үҙе йырҙар ҙа ижад итә, шиғырҙар яҙа.
– Артабан мәктәпте тамамлағас, ниндәй юлдан китергә уйлайһың?
– Эске эштәр министрлығының юғары уҡыу йортона уҡырға инергә ине. Һуңынан оперативник һөнәрен үҙләштерергә теләйем.
– Дуҫтарың тураһында ла һөйлә әле. Ғөмүмән, һиңә ниндәй кешеләр оҡшай?
– Дуҫтарымдың барыһы ла спортсылар тиерлек. Кемдәрҙер фитнес-клубҡа йөрөй, икенселәре бокс йәки минең кеүек футбол, ә ҡайһы берҙәре профессиональ көрәш менән шөғөлләнә. Тоғро, ышаныслы, ярҙамсыл кешеләр оҡшай.
Бына шундай егет инде беҙҙең Динислам. Гимназия ғорурлығы ла. Дуҫтары уның тураһында: «Мәрхәмәтле, намыҫлы, ҡыйыу, ярҙамсыл, иптәштәрен бер ҡасан да рәнйе­тергә бирмәй, үҙе лә үпкә һүҙҙәр әйтмәй. Тәүәккәл, сабыр егет», – тиҙәр.
Динислам, артабан да шулай тырыш, ҡыйыу егет булып ҡал! Һинең кеүектәр­ҙә инде илебеҙҙең өмөтө, киләсәге. Тормош юлында тик уңыштар ғына юлдаш булһын, үҙ бәхетеңде табырға яҙһын!

Руфина ЛОҠМАНОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code