Сочиҙы күреп ҡайттым

Мин ҡустым менән.

Мин ҡустым менән.

Яйы сыҡҡанда ғаиләбеҙ менән сәйәхәт итергә яратабыҙ. Быға тиклем Египет, Төркиә кеүек илдәрҙә булғаныбыҙ бар. Быйыл да йәй башланыу менән әсәйем, I синыфты тамамлаған ҡустым Әбделкәрим менән Сочиҙа егерме көн ял итеп ҡайттыҡ.

Урындағы халыҡ йондоҙло ҡара төндәр баш ҡалаһы тип йөрөтә икән был ҡаланы. Ми­не бигерәк тә тәбиғәте әсир итте: Ҡара диңгеҙ, ҡом, таштар, мәғрур тау­ҙар, урман… Урамда бөтә ерҙә тиерлек рауза ҡыуаҡтары үҫә, тағы ла гранат ағасының сәскә атҡан мәле ине. Ҡып-ҡыҙыл сәскәләре ҡаты, емештең тышын хәтерләтә. Һәр иртә ҡоштар һайрай, көндөҙ диңгеҙҙә һыу инһәк, кистәрен Сочи менән таныштыҡ. Ҡала эсендә фейхоа, инжир, гранат, пальма ағастары үҫә. Ә киви емешенең үҫемлеге урам эстәрен, ҡапҡа тыштарын биҙәй. Дельфинарийҙа дельфин, морж, кит кеүек һыу аҫты йәнлектәрен тәүге тап­ҡыр күрҙек. Миңә дельфиндар менән һыу инеү бәхете лә тей­ҙе.
Беҙҙең кеүек ял итергә килеүсе Софья, Ульяна исемле ҡыҙҙар, Сочиҙың үҙендә йәшәгән Роман исемле малай менән таныштыҡ. Романдың Вольт исемле швейцар овчаркаһы бар. Уҫал түгел, тешләшмәй, хужаһының төрлө командаларын үтәй белгән аҡыллы эт инде.
Сочиҙағы егерме көн һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Юлда ике көн поезда ҡайтҡан саҡта Волгоград, Һарытау, Краснодар ҡалаларын үттек. Әлеге ваҡытта өйҙә әсәйемә ярҙамлашам, баҡсаға барып йәшелсә, емеш-еләк үҫентеләрен тәрбиәләйбеҙ, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар әҙерләйбеҙ. Буш ваҡытымда әҙәби китаптар уҡыйым. Киләһе уҡыу йылын яңы дәрт, көс менән башларға иҫәп тотам. Ә Ҡара диңгеҙҙә һыу инеү, эҫе ҡояш нурҙарында ҡыҙыныу, яңы дуҫтар осратыу – барыһы ла быйылғы йәйге каникулымдың иң онотолмаҫ мәлдәре булып хәтеремдә ҡалыр.

Мәрйәм ӘҒЛӘМОВА.
Өфө ҡалаһы, 16-сы мәктәп.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code