Соҡаҙыбаш

Тыуған ауылым ҡалҡыулыҡтар итәгендә урынлашҡан. Әллә ҡай­ҙан, бына мин ниндәй, тигән шикелле, ҡыҙыл ҡалай түбәле, бейек манаралы мәсете, ике ҡатлы мәктәбе сәләм бирә кеүек. Ауыл кескәй генә Соҡаҙы йыл­ғаһы буйында ултыра. Унда миңә һәр ер таныш, ҡәҙерле. Бигерәк тә яҙ, йәй көндәрендә күп ваҡытымды урмандарҙа еләк, сәскә йыйып, ҡоштар һайрауын тыңлап үткәрергә яратам.

Архив мәғлүмәттәре буйынса, Соҡаҙыбаштың барлыҡҡа килеүе 1788 йыл менән билдәләнә. Ләкин һуңғы осорҙа тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең тикшеренеүҙәре был версияны бер ни тиклем үҙгәртә, ауылға күпкә алданыраҡ нигеҙ һалынған, тигән һығымта яһарға мөмкинлек бирә.
Соҡаҙыбаштың тирә-яғында ҡалҡыулыҡтар, тауҙар, урмандар, шишмәләр, күлдәр, баҫыуҙар күп. Һәр береһенең исеме, атамаларының үҙ тарихы бар. Барыһының да риүәйәттәрен йыйып бөтөрөп булмаһа ла, ауылда уларҙы белеүсе аҡһаҡалдар бар әле. Мәктәп музейында ла был мәғлүмәттәр һаҡлана.
«Башҡорт АССР-ының топонимик һүҙлеге»ндә Соҡаҙыбаш – Соҡаҙы гидронимына «баш» (сығанаҡ, һыу башы, йылға башы) һүҙе ҡушылып яһалған ҡушма топоним тип аңлатыла. Тимәк, Соҡаҙыбаш – Соҡаҙы йыл­ғаһының килеп сыҡҡан урынындағы ауыл. Ләкин һүҙлектәге аңлатманың дөрөҫлөккә тап килмәүе лә ихтимал. Сөнки боронғо төрки телендә «соҡа» «балыҡ» тигән һүҙҙе аңлата, ә -лы аффиксы -ҙы ялғауына алмашынып, Соҡалы Соҡаҙыға әйлә­неп, «балыҡлы йылға» тип аңла­тыу дөрөҫлөккә яҡыныраҡ. Аҡһаҡалдар: «Элек йыл­ға мул һыулы, балыҡ күп ине», – тип иҫкә ала.
Ауылдың исеме тураһында ерле халыҡ араһында бер нисә риүәйәт йөрөй. Өлкәндәр элек Өсҡаҙбаш тип исемләнеүен фаразлай. Бер нисә кеше, ысынлап та, ата-әсәләре, әбей-бабайҙары тарафынан Соҡаҙыбаштың Өс­ҡаҙбаш тип йөрөтөлөүен хәтерләй һәм ошо исемгә аңлатма ла бирәләр.
Ауыл янында аҡҡан йылға үҙенең башланғысын урман эсендәге бик матур ҙур күлдән алған, имеш. Ул Урман күле тип йөрөтөлә. Һәр яҙ һайын шунда аҡҡоштар осоп килгән, халыҡ һағынып, көтөп алған. Ләкин улар, ғәҙәттәгесә, парлы түгел, ә өсәү бул­ған. Күлдең тирә-яғы ҡалын урман менән ҡапланған икән. Туҡай әйтмешләй, «был ҡап-ҡара урманда һәр төрлө йыртҡыс та бар, юҡ түгел айыу, бүре, төлкө-йыһан ҡоротҡос та бар». Төлкө тырнағына эләгепме, әллә башҡа сәбәптәнме, бер йылды кешеләр күл буйынан өс аҡҡош башы ғына табып алған. Башҡа бында бер аҡҡош та килмәгән. Ошо өс баш Соҡаҙыбаш ауылы исеменә нигеҙ булған, тип белдереүселәр бар.

Гөлназ ҒИМАЛЕТДИНОВА.
Туймазы районы, Соҡаҙыбаш ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code