Сибайҙар зары Мәскәүгә барып етте

Сибай ҡалаһының аяныслы хәле тураһында, ниһайәт, Мәскәүҙә лә ишеттеләр. Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығында республика вәкилдәре ҡатнашлығында ошо проблемаға арналған кәңәшмә булды. Унда министр Дмитрий Кобылкин Сибайҙағы экологик хәл буйынса эш төркөмө булдырырға ҡушты.
Ҡала халҡы ташландыҡ карьерҙан сыҡҡан көкөрт еҫенән дүртенсе ай инде интегә. Улар йүткереүгә, аллергияға, баш әйләнеүгә, тын алыуы ауырайыуға зарлана.
Әлегә экологик бәләнән ҡотолоу юлын карьерҙы һыу менән тултырыуҙа күрәләр һәм эш бара ла инде. Билдәле булыуынса, карьерҙың тәрәнлеге – 500 метр, диаметры — 2 километрға яҡын.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code