Сибайҙа – башҡортса КВН

Гран-при хужаһы – «Башбармаҡтар» командаһы.

Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә Сибайҙың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында шаяндар һәм тапҡырҙар турниры үтте. Унда ҡаланың ун мәктәбенән командалар ҡатнашты. Был уйын ғына түгел, ә туған телебеҙҙең байлығын, шаянлығын, матурлығын, нескәлеген күрһәтеү сараһы булды. Ярышта ҡатнашыусы һәр кем һәм бәйгенең һәр тамашасыһы туған телде ниңә төптән өйрәнергә, һаҡларға кәрәклегенә тағы бер тапҡыр инанғандыр, тип уйлайым.

Уйын ҡала кимәлендә бишенсе мәртәбә уҙғарыла. Быға тиклем Сибайҙың данын республика кимәлендә Сибай интернат-гимназияһы күтәреп килә ине, әлеге уйында ла шундай ҙур бәйгегә сығырҙай командалар күренде. Ни тиһәң дә, КВН-ға һәр береһе яуаплы ҡараған, ентекле әҙерләнгән.
Бигерәк тә башҡорт лицейы, 1-се мәктәп уҡыусыларының сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Шулай уҡ гимназия, «Ирәндек» лицейының, 12-се мәктәптең, 9-сы лицейҙың шаяндары һәм тапҡырҙары үҙҙәрен ышаныслы тотто. Әлбиттә, 6-сы, 7-се, 8-се, 10-сы мәктәптәр командалары бәләкәйерәк синыф уҡыусыларынан ине һәм улар ҙа оҫтарып алыр әле. Бик хуп, был балаларҙа артабан ҡомар уянасаҡ. Уйын һәр ваҡыт үҙенә тартып торасаҡ. Башлағас, бер кимәлдә ҡалырға ярамай.
Башҡорт лицейы командаһының сығышы мине айырыуса милли төҫтәрҙән, ҡиммәттәрҙән тороуы менән арбаны. Башҡорттоң милли көй-йырҙары, бейеүҙәре, көләмәстәре, шаяртыу­ҙары урынлы яңғыраны. Етмәһә, командаға ифрат талантлы ҡыҙҙар һәм егеттәр йыйылған. Капитан Динислам Ҡотошевты йондоҙ тиергә була. Ул – ошоға тиклем лицейҙа уҙғарылған һәр сараның алып барыусыһы. Нәркәс Әсәҙуллина, Йәнгүзәл Ғирфанова, Ләйсән Торопҡолова, Юлиә Хәмитова, Гөлгөнә Әхмәтовалар – һәр береһе сәхнәлә сыныҡҡан йәш таланттар. Бейеүселәр ҙә, йырсылар ҙа, нәфис һүҙ оҫталары, төрлө вокал конкурстарында еңеүсе лә үҙҙәре. Моңло тауышлы йырсы ҡыҙыҡай Нәркәс Әсәҙуллина «Серле бүләк» фильмында ҡатнашҡайны. Баштан уҡ Гран-при уларҙыҡы булыр, тип ышанып күҙәтә инем, ысынлап та, бына «Башбармаҡтар» командаһы иң юғары баһаға лайыҡ булды ла инде. Һис шик­һеҙ, республика кимәленә сы­ғыр­ҙай тағы бер команда барлыҡҡа килде.
1-се мәктәп уҡыусылары һәр эштә әүҙем. Бына әле уларҙың «Кесерткән» тип нарыҡланған командаһына тупланған бала­лар­ҙың күбеһе быға тиклем «Тамыр» телевизион йыр конкурсында исемен республикаға танытҡан Арыҫлан Солтанов, Илнар Хәлитовтар, «Сулпан» вокал студияһы йырсыһы Гөлсиә Мараҡанова, «Осҡон» ансамбле солисы, «Серле бүләк» фильмында төп ролде башҡарыусы Илхан Хәмитовтар – команданы йәнләндереүселәр. Һуңғы йылдарҙа был мәктәптә башҡорт мөхите булдырылып, милли ҡиммәттәргә иғтибар артҡан. Туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бирелә. Уҡытыусылар Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллина менән Дилбәр Әкрәм ҡыҙы Аб­драхманова – был йәһәттән маҡтауға лайыҡ педагогтар. Был ко­манда I урынға лайыҡ булды. Үҙҙәренең дә тапҡырҙар һәм шаяндар уйынын әле генә башлап тороуҙары, киләсәктә команда тағы ла оҫтарыр, үҫер тигән ышаныс бар.
«Ирәндек» лицейы уҡыусылары республика буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа һынатмай. Рухлы, үҙ эшен яратып башҡарыусы уҡытыусылар Гөлнәзирә Батыр ҡыҙы Игелекова менән Гөлнара Рафаэль ҡыҙы Әйүпованы эшлекле, ижади ҡарашлы булғандары өсөн ихтирам итәм. Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамайҙар, улар­ҙың уҡыусыларын китапханала уҙғарылған күренекле шәхестәр, яҙыусылар менән булған һәр осрашыуға алып килеүҙәрен йыш күрәм.
9-сы лицей, тиһәләр, ғәҙәттә, тик урыҫ телле уҡыусылар күҙ алдына килеп баҫа. Асылда тап ошо лицейҙың уҡыусылары Сибай телевидениеһында «Йәйғорло хәбәр» тапшырыуын алып бара. Мәҫәлән, Тимур Баҙарғолов менән Айзилә Ҡәҙербаева. Әле бына уйында ла улар һынатманы. «Сулпан» вокал студияһы йырсылары Диана Серебаева менән Мира Харрасоваларҙың башҡортса сығыштарына ҡыуанып ултырҙым. Афарин, баш­ҡорт ҡыҙҙары һәм егеттәре!!!
Тамашасыны көлдөрөү еңел эш түгел. Бының өсөн актёр оҫталығы ғына етмәй шул. Ҡоро хәбәр менән түгел, мимика, интонация һәм, әлбиттә, баш­ҡортса телмәреңдең бай булыуы мотлаҡ!
Башҡорт теленең бөйөклөгөн, шаянлығын, йәнлелеген күрҙек. Бер сығышта: «Беҙ барбыҙ, бул­ғанбыҙ, буласаҡбыҙ!» – тигәстәр, күңелем тулды. Бик матур, рухландырыусы сара булды. Ойоштороп, уға йыл да яңыса һулыш биргән, рухландырған баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы Моталлаповаға ла: «Афарин!» – тип әйтке килә.

Земфира ҒИРФАНОВА.
Сибай ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code