Шыршы байрамында ҡатнашҡан

Йыл һайын республика Шыршы байрамында Күмертауҙан да балалар ҡатнаша. Был бәхет беҙҙең гимназиянан VIII «Б» синыфы уҡыу­сыһы Ғәли Торошевҡа йылмайҙы. Хәйбулла районында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән егет бында бишенсенән алып уҡый. Үҙе «дүртле», «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. 2016 йылда халыҡ-ара «Яңы дәрес» проектында математика буйынса интернет блиц-турнирында III дәрә­жә дипломға лайыҡ булды. Ә бишенселә уҡығанында ошо конкурста еңеү яулағайны. Ғәли милли көрәш менән шөғөлләнә. Күмертау ҡалаһы беренселегендә өс йыл рәттән беренсе урын алды. Спорт мастеры, Рәсәй чемпионы Исмәғилев призына XIII респуб­ли­ка ярышында һәм Шайморатов генерал кубогына алыш­та III урынға сығып ҡыуанды.
– Бер бәйгелә лә призлы урынһыҙ ҡалғаным юҡ. Тренерым Әсҡәт Әкрәм улы Шәрипов мине ныҡыш­мал, тәүәккәл булырға ла өй­рәтә. Атай-әсәйем уңыштарыма ныҡ шатлана, – ти ул.
Өфөгә Шыршы байра­мына Күмертауҙан улар 14 уҡыусы барған. Бик оҡшаған үҙенә. Каникул мәлендә лә тик тормаған: йорт эштәрендә ата-әсәһенә ярҙамлашҡан, бәләкәс һылыуҙарын ҡарашҡан.

Ләйлә КИЛМӘТОВА, VIII «В» синыфы уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code