Был уҡыу йылында 20 меңдән ашыу сығарылыш синыф уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтихандары тапшыра. Улар араһында үткән йылдарҙа мәктәпте тамамлағандар бар. Ә 2018 – 2019 йылғы сығарылыш синыф уҡыусылары һаны – 18 мең 396. Холоҡ төҙәтеү колонияларында 237 хөкөм ителеүсе имтихан бирә.
– Башҡортостан тулыһынса яңы технологияларға күсә. Хәҙер БДИ үтәсәк бөтә аудиторияларға ла 2 күҙәтеү камераһы ғына түгел, контроль-үлсәү материалдарын сығарып алыу өсөн принтерҙар ҙа урынлаштырылған. Имтиханда ҡатнашыусылар алдында уҡ эштәрҙән торған бланк һәм яуаптарҙы тултырыр өсөн ҡағыҙҙар сығарыла, – тип белдерҙе мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.
Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы Айбулат Хажин әйтеүенсә, видеокүҙәтеү системаһы менән 1 мең 430 аудитория тәьмин ителгән. Әлеге маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 32 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
БДИ тапшырыу өсөн 112 имтихан тапшырыу пункты асылған: шуларҙың 98-е мәктәп базаһында булһа, 9-ы – инвалидтар йортонда, 5-е – колонияларҙа. Йәғни, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 2-гә кәмерәк. Былтыр Йылайыр, Яңауыл райондарында тәртип боҙоуҙар күҙәтелеү сәбәпле, унда имтихан тапшырыу урындары ябылған.
Ғәҙәттәгесә, бөтә ун беренсе синыфтар ҙа урыҫ теленән һәм математиканан мотлаҡ һынау үтә. Йәнә 9 фән араһынан үҙе уҡырға барасаҡ йүнәлешлеһен дә һайлайҙар. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, күптәрҙе йәмғиәтте өйрәнеү ҡыҙыҡһындыра. Икенсе урында физика килһә, өсөнсөһөндә – биология.
28 май көндө тәүге һынау үтте. Иң беренсеһе – һайланма информатика һәм географиянан. Уларҙы 3 мең 77 һәм 974 уҡыусы тапшырырға теләк белдерһә лә, 2 мең 542 һәм 642 кеше генә бирҙе. Хәбәр итеүҙәренсә, имтихан тотҡарлыҡһыҙ һәм тәртип боҙоуҙарһыҙ үткән. Һөҙөмтәһе 15 июнгә тиклем билдәле буласаҡ.
30 майҙа ун беренселәр база кимәлендә математика буйынса һынау тотто. Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, унда 17 мең 500 сығарылыш синыф уҡыусыһы килгән, бер ниндәй тәртип боҙоуҙар теркәлмәгән. Һынау барышын 352 йәмәғәт күҙәтеүсеһе күҙәткән, шуларҙың 15-е – федераль, 51-е – үҙебеҙҙең төбәк, 286-һы – муниципиаль кимәлдәге.
1 июндә математиканың профиль кимәлен һайлағандар көстәрен һынаны. Ундайҙарҙың һаны 12 мең 500-ҙән ашыуға етте. Улар эш һөҙөмтәләрен 18 июндән дә ҡалмай белә аласаҡ.
Урыҫ теленән мотлаҡ һынау ҙа артта ҡалды. 6 июндә унан республикабыҙҙың 18 меңдән ашыу сығарылыш синыф уҡыусыһы һынау тотто. Имтиханға 3 сәғәт ярым ваҡыт бирелде. Ә 4 июнь көнө химия менән тарихты һайлаусылар БДИ бирҙе. Тәүгеһен 3 мең 500 уҡыусы тапшырһа, икенсеһен – 2 меңгә яҡын.
Һынауҙар дауам итә әле, БДИ-ның төп этабы 28 майҙан 2 июлгә тиклем бара. Ҡыҙҙар, егеттәргә һынауҙарҙы еңел үтеүҙәрен теләйек.