Шифалының шифаһы

«Башҡортостан ынйылары» бәйгеһендә.

Яратҡан гәзитемдә «Тарих яҙабыҙ» бәйгеһе бара, унда мин дә ҡатнашырға булдым әле. Әүлиә ҡәберлеге һәм Шифалы шишмә тураһында бик күп кешенән төрлө мәғлүмәттәр йыйып, «Шишмә – йәшәү сығанағы» темаһына фәнни-эҙләнеү эше яҙып һәм «Йәнгүзәл» театр берләшмәһе ағзалары менән бергәләп сценарий төҙөп, «Башҡортостан ынйылары» бәйгеһендә сығыш яһағайныҡ. Шуға ла был тема миңә таныш, гәзит уҡыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындырыр, тип уйлайым.

Был риүәйәтте 1938 йылда Ярмунса ауылында тыуған Хәлил Әхмәҙулла улы Ҡотоевтан яҙып алғайныҡ:
«Борон заманда бер мосафир – Әүлиә ошо яҡҡа килеп сыға. Ул халыҡҡа киләсәктә эсендә кеше йөрөр тартма (телевизор), сымдан килгән тауыш (радио), үҙе осор тимер ҡош (самолёт), баҫыуҙа ялһыҙ, ер майы менән туҡланып, көн-төн эшләр тимер ат (трактор) һәм башҡалар тураһында һөйләй, тормоштоң үҙгәрәсәген, халыҡтың тигеҙ хоҡуҡлы буласағын бәйән итә. Бай ҡуштандары ҡотҡо таратыуҙа ғәйепләп, Әүлиәне үлтерәләр. Халыҡ уны ҡәҙерләп шул ергә ағас төбөнә ерләй. Оҙаҡламай ҡәберҙән өҫтәрәк, таш араһынан, ҡиблаға ҡарап урғылып, шишмә бәреп сыға. Халыҡ һыуҙың күп кешегә шифаһы тейеүен белгәс, Шифалы шишмә тип атай уны. Һыуы ныҡ һалҡын. Тамаҡҡа һыуыҡ теймәһен, тип кейемдән берәй төҫлө еп алып, уны шундағы ҡыуаҡҡа бәйләйҙәр йәки: «Һыу, һыу, мине тотма, шуны тот», – тип һыуға ағыҙалар.
1938 йылғы Миңниса апай Ноғоманова Шифалы шишмә тураһында тағы ла бер риүәйәт һөйләне: «Шифалы шишмә тип атауҙары төрлө сырхау кешеләрҙең ошо шишмә һыуын эсеп, һауығыуына бәйле, бит-ҡулды йыуып күптәр ауырыуҙан ҡотола. Халыҡ күңелендә шундай бер хәтирә һаҡланған: элекке заманда бер егет һуҡыр әсәһен дауалар өсөн танылған табипҡа алып китеп барған була. Юлда аттарын ял иттереп, һыу эсереп алырға ошо шишмә эргәһендә туҡтайҙар. Егет атын туғара ла әсәһен шишмәгә алып төшә. Юлда арыған, эҫегә әлһерәгән әсәнең битен һалҡын һыу менән йыуыуы була, күҙҙәре күрә башлай. Был ваҡиғанан һуң шишмә һыуының шифаһы тураһындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа тарала».
Йыл һайын 7 июндә, Сәғәт һуҡҡан көндө, бында тирә-яҡтан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә халыҡ йыйыла. Олатайҙар Ҡөрьән уҡыйҙар, инәйҙәр төрлө үләндәр һалып сәй ҡайната. Бөтәһе лә ҡышҡылыҡҡа дарыу үләндәре йыя. Боронғолар әйтеүенсә, иң оҙон көн Сәғәт һуҡҡан көн тип йөрөтөлә. Был ваҡытта яҡтылыҡ та, дым да етерлек була, үләндең һуты һаҡлана, шифаһы ныҡ күп була. Һыуҙы өйгә алып ҡайтып күпме һаҡлаһаң да, шифа­һын юғалтмай. Кешеләр, тәбиғәткә рәх­мәт әйтеп, һыуға хәйер (тинлек аҡсалар) һала.
Быйыл мин дә атай-әсәйем менән 7 июндә Шифалы шишмәгә барҙым. Халыҡ һабантуйҙағы кеүек күп ине.Ҡайҙар­ҙан ғына килмәгәндәр: Шишмә, Бүздәк, Өфө, Һамар… Бөтәһе лә һыуҙың шифаһы тураһында һөйләй. Беҙ ҙә шишмә һыуы алып ҡайттыҡ. Әле һыуыҡ тейә башлаһа ла, берәй ер ауыртһа ла, шул һыуҙы йотоп ҡуябыҙ. Ысынлап та, шифаһы тейә!

Айгизә АБЗАЛОВА.
Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code