Шашка уйнайбыҙ

Шашка уйнарға яратаһығыҙмы? Беҙгә бик оҡшай ул. Мәктәбебеҙҙә шашка турниры ла үткәрелде. Бөтә синыфтарҙан һәйбәт уйнаған ике малай һәм ҡыҙ һайлап алынды. Ярыш бәләкәстәр һәм өлкәндәр төркөмөндә барҙы. Тәүҙә улар синыфташтары менән уйнаны, унан еңеүселәр башҡа синыфтыҡылар менән көс һынашты.
Шулай итеп, I – IV синыфтар араһында I урын­ды икенсенән Ғәзиз Айытбаев яуланы, V – IX синыфтар араһында етенселәр иң-иңе булды. Афа­рин!

Гүзәл НУРҒӘЛИНА.
Әбйәлил районы, Таштуй мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code