Шар эсенә инеп ултырып

Йәйге каникул башланыуын ашҡынып көтөп алдым. Сөнки беҙ, V синыф уҡыусылары (етәксебеҙ – Раушания Ғайси­на), каникулдың тәүге көндәрендә үк атай-әсәйҙәребеҙ менән Әб­йәлил районының Ас­ҡар ауылы эргәһендә урынлаш­ҡан «Экстрим» турис­тик ла­герына ял итергә барҙыҡ. Бик күңелле үтте көндәребеҙ. Тиҫтерҙәрем менән шар эсенә инеп ултырып, һыу өҫтөндә йө­рөнөк, батутта һикерҙек, тир­ҙа төҫлө буяуҙар менән атып, бүләктәр оттоҡ, төрлө аттракциондарҙа эйҙек, квадроциклда йөрө­нөк. Ә иң мауыҡтыр­ғысы ағас баштарынан һуҙыл­ған бау­ҙан үрмәләү булды. Беҙгә ҡарап торған атай-әсәйҙәребеҙҙең дә күҙ­ҙәре ҡыҙҙы, ахырыһы, ағас башына менеп кит­кәндә­рен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.

Иң һуңынан ата-әсәләр ко­мандаһы һәм уҡыусылар ара­һында спорт ярыштары үткәрелде. Ябай ғына түгел: кемдер – ҙур бейәләй, берәүҙәр аяғына ласта кейҙе. Сумоистар кейемен дә файҙаланып ҡараныҡ. Асыҡһаҡ, тирмәгә инеп, тамаҡ ялғап алдыҡ. Аш-һыу бешерергә кәстрүл, сәйнүк тә, микротулҡынлы мейес тә бар. Хатта күңел асыр өсөн магнитофон табылды.
Был лагерҙа шулай уҡ беҙҙең менән бәләкәстәр ҙә ял итте. 2 йәштән алып 7 йәшкә тиклемдәргә айырым уйын урындары бар. Ошондай матур ял өсөн лагерь хужаһы Лидар ағай­ға һәм уның командаһына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡыш­ҡыһын тауҙан шыуырға ла килербеҙ әле синыфташтарым менән.

Азамат ҮҘӘНБАЕВ.
Баймаҡ районы, Билал ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code