Шағирә килде ҡунаҡҡа

DSC_0850Оҙаҡ көтөп алған йәйге ялыбыҙҙы файҙалы, мауыҡтырғыс итеп үткәреү беҙҙең атай-әсәй­ҙәребеҙҙән дә, үҙебеҙҙән дә тора. Йәй – йылдың гүзәл миҙгеле, иң күңелле мәле лә. Тап ошо ҡараштарҙан сығып, Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында күп төрлө балалар­ҙың ҡыҙыҡһыныусанлығын күҙаллап, төрлө йүнәлештәге лагерҙар ойошторол­ған.

Башланғыс синыфтарҙы үҙенә туплаған «Ҡурай»ҙың да һәр көнө алдан планлаштырыл­ған. Уйындар, төрлө ярыштар, мәҙәни саралар менән бер рәттән башҡорт халҡының рухи донъяһына ла сәйәхәт ҡылалар.
Ә бер көндө «Ҡурай»ҙың тәбиәсеһе Разия Сибәғәт ҡыҙы Ғәйнуллина халҡыбыҙҙың танылған шағирәһе, балалар өсөн байтаҡ әҫәрҙәр ижад иткән Әнисә апай Таһированы ҡунаҡҡа саҡырҙы. Кескәй Наҙгөл Кәлиева, уҡыусылар Алһыу Абдуллина, Арыҫлан Әлибаев алдан уҡ Әнисә апайҙың ши­ғыр­ҙарын ятлағайнылар.
Шағирә оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең мәктәпкә ҙур теләк менән шатланып килде. Тәүҙә шиғырҙар уҡыны, уҡыусылар менән әңгәмә ҡор­ҙо. Ул бик ҡыуанып: «Һеҙҙең менән бала сағыма ҡайтҡан кеүек булдым», – тип белдер­ҙе.
Уҡыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең күңелендә был көн матур хәтирә булып ҡалды.

Әҙилә ӘЛИБАЕВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code