Шәжәрәмде өйрәнәсәкмен

Әле мин ҡалабыҙҙың иң һәйбәт мәктәбенең иң яҡшы уҡытыусыһында уҡыйым. Кеше үҙенең ете быуынын белергә тейеш. Ә мин? Бер ни әйтә алмайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атай-әсәйем дә шәжәрәһен өйрәнмәгән. Шуға оят булып китте. Был хаҡта ауыл­ға бар­ғанда оло ҡарт­әсәйемә әйттем.

Юлда ул миңә үҙенең бала сағы үткән тыуған яғы тураһында һөйләне. Өләсәһе менән дарыу үләндәре йыйған болондарҙы, иптәш ҡыҙҙары менән уйнаған үҙәндәрҙе, һыу төшкән йылғаларҙы күрһәтте. Ғорур Ҡыңғырташ тауына һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Был атаманы тау­ҙан ҡыңғырауға оҡшаған тауыш килгәнгә биргәндәр. Ул бик бейек… Өләсәйемдәр синыфташтары әрмегә киткәндә йәки ҡайтҡас, Ҡыңғырташтың башына менер булған. Шуныһы ҡыҙыҡ – тауҙың түбәһенән ун ике ауыл күренә икән!
Бына беҙ атайымдың атаһы – Аллабирҙе ҡартатайымдың тыуған ауылына килеп еттек. Уның әсәһе, йәғни атайымдың өләсәһе Ҡорбан байрамына саҡырғайны. Уға – туҡһан өс йәш. Оло ҡартәсәйем менән оло ҡартатайым алты бала тәрбиәләп үҫтергән. Ун өс ейәнсәре һәм ун туғыҙ бүләһе бар. Иң ҙур бүләһенә – ун ике, иң кесеһенә – бер йәш. Беҙ бөтәбеҙ ҙә оло ҡартәсәйемдең бәләкәй, ләкин бөхтә өйөнә йыйылдыҡ. Ишек алдында ап-аҡ ҡаҙҙар, өйрәктәр, тауыҡтар, бәләкәй генә быҙау һәм шаян көсөк йөрөй ине.
Был бик файҙалы һәм күңелле осрашыу булды. Сөнки бергәләп йәм-йәшел үләндә уйнаныҡ, аралаштыҡ. Беҙ туғандарыбыҙ тураһында бик ҡыҙыҡ мәғлүмәттәр белдек. Ә оло ҡартәсәйем: «Туғанлыҡ ептәрен һаҡлағыҙ!» – тине. Шулай уҡ оло ҡартатайым тураһында һөйләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул юҡ инде.
Ә минең һеҙгә үҙем белгән шәжәрәмде һөйләгем килә. Һүҙҙе ҡәҙерле атайымдан башлайым. Исеме – Айнур. Ул – донъяла иң яҡшы кеше! Атайымды өләсәйем, әсәйем, беҙ (мин һәм ҡустым) ныҡ яратабыҙ. Ул кешеләргә һәр ваҡыт иғтибарлы, ярҙамсыл.
Ә ҡартатайым кем булған һуң? Оло ҡартәсәйем менән ҡартәсәйемдең һөйләүҙәренә ҡарағанда, уны бөтә кеше ихтирам иткән һәм яратҡан. Туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре үҙен оло ихтирам менән иҫкә ала. Эшләгән ерендә «генерал» тип йөрөткәндәр. Уның тураһында хатта легендалар йөрөй. Мәҫәлән, эш урынында ҡартатайым иң ябай эшсе булған, ләкин бөтәһе лә уны (хатта хужаһы ла) тыңлаған һәм уның фекеренә ҡолаҡ һал­ған. «Генерал әйтте, бөттө!» – тигәндәр. Барыһы ла ҡарт­атайыма ярҙам һорап килгән. Ә ул бер ҡасан да үтенесте кире ҡаҡмаған. Һәр саҡ вәғә­ҙәһен үтәгән. Ҡайһы ваҡыт, әлбиттә, һуңлап булһа ла. Сөнки һорау­ҙар күп булыу сәбәпле, ул вәғәҙәләрен үтәп өлгөрмәгән. Тағы ла ҡартатайымды ҡунаҡҡа башҡаларға ҡарағанда өс сәғәт алдан саҡырғандар. Ни эшләптер һәр ваҡыт һуңлап йөрөгән. Ә ҡыҙығы шунда: бер кем дә бер ҡасан да уға асыу­ланмаған. Нисек бар, шулай ҡабул иткәндәр үҙен. Минең ҡәҙерле ҡартатайым ике ул тәрбиәләгән, күп ағастар ултыртҡан, ҙур итеп өй һалған. Был йортта хәҙер ҡартәсәйем үҙенең әсәһе менән йәшәй. Беҙ – уларҙың көтөп алған ҡунаҡтары.
Минең оло ҡартатайым Япон һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан. Уның улы – ҡарт­атайым хаҡлы ялға сыҡҡас, Японияға барып, атаһының һуғыш юлдарын күрергә хыялланған. Үкенескә күрә, теләге тормошҡа ашмай. Бәлки, үҫкәс, мин барып күрермен? Оло ҡартатайымды йыл һайын Еңеү көнө менән Рәсәй Президенты һәм төрлө илдәрҙән полкташтары ҡотлаған. Уларҙың открыткаларын, хаттарын оло ҡартәсәйем бөгөнгәсә һаҡлай. Шулай уҡ ҡартатайымдың бик күп һөнәрҙәре булған. Минең атайым тыуғас, сәңгелдәк эшләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло ҡартатайымдың тыуған ерен һәм ата-әсәһен белмәй­беҙ. Оло ҡартәсәйемдең һүҙе буйынса, ул үҙенең әсәһе менән Сыңғыҙ ауылы тирәһенән килгән булырға тейеш. Мин үҫкәс, шул яҡтарға барып, бөтәһен дә асыҡларға уйлайым.
Киләсәктә ысын патриоттар булыр өсөн беҙ илебеҙҙең үткәнен, хәҙергеһен яҡшы белергә бурыслыбыҙ.

Регина ШАХМОРАТОВА, III синыф уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы, 12-се мәктәп.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code