Шәжәрә – киләсәккә тәҙрә

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан «Республиканың район-ҡалаларында Шәжәрә байрамдары үткәреү тураһында» закон ҡабул ителеүе бик һәйбәт булды. Һәр төбәктә ырыуҙаш­тар шундай осрашыу үткәреп, быуындар сылбырын нығыта. Мин дә күптән был байрамды күрергә хыяллана инем. Аллаға шөкөр, быйылғы йәй ул тормошҡа ашты.
Йәмле июль көнөндә Сәғитовтар нәҫеле бергә йыйылып, Бөрйән районы Байназар ауылы эргәһендә Шәжәрә байрамын үткәрҙе. Нәҫелебеҙҙең шул тиклем дәррәү, ихлас булыуҙарына һоҡландым, туғандарыбыҙҙың күплегенә иҫем китте.
«Ырыуыбыҙ – ҡыпсаҡ, ағасыбыҙ – ҡарағай, тамғабыҙ – даға, ораныбыҙ – тәңре, ҡошобоҙ – ҡарсыға» тигән яҙыуҙарҙы тәү күргән кешеләр хәтерҙә ҡалдырыу өсөн ҡат-ҡат уҡыны. Сәғитовтар йәшәгән Байназарҙа улар исемендәге урам да бар.
Иң элек оло быуын вәкилдәре телмәр тотто, үҙҙәре менән таныштырҙы. Сә­ғитовтар тамырҙарын яҡшы белә. Уларҙың сығышын мөкиббән китеп тыңланым. Танымаған ҡәрҙәштәрем бай­таҡ булып сыҡты.

Сәғитовтар.

Иҫке Монасип башҡорто Килмөхәмәт Сәғит улы Биктимеровтың шәжәрәһен ҙур итеп эшләгәндәр. Бында мин дә үҙемдең ата-бабаларымды белдем: Сәғит, Килмөхәмәт, Ильяс, Әхмәтшәриф, Мәүлит, Мирхәт. Ветеран олатайҙарым тураһында байтаҡ мәғлүмәт алдым. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Әхәт Ҡәйүм улы Сәғитов Урыҫ-фин һуғышында ҡатнашҡан. Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, ветерандар советын етәкләй. Әхмәтшәриф олатайым мулла булған, һуғышта ҡатнашҡан, батыр пулемётсы, Сталинградта иң ауыр алыштарҙа ҡатнашып, күр­һәткән батырлыҡтары өсөн III дәрәжә Дан ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлан­ған.
Мөхтәр Мофаззал улы Сәғитов – фольклорсы-ғалим, филология фәндәре кандидаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, «Ғүмерлеккә ҡалған яра» исемле китап авторы. Бихисап ғилми хеҙмәттәр яҙған олатайымдың исеме Бөрйән районының Иҫке Собханғол, Яңы Монасип ауылдарындағы урамдарға ҡушылған, уға арнап музей асылған, бюст ҡуйылған. Шундай абруйлы туғандарымдың данлы эҙҙәренән йөрөүем – үҙе бер ғорурлыҡ.
Бигерәк тә әүлиә олатайыма зыярат ҡылыу оло мәртәбә булды. Сәғитовтар араһы булған Ильяс-мәзин олатай Иҫке Монасип ауылында ерләнгән. Ул – Зәйнулла ишандың уҡыусыһы. Әлеге көндә балаларының балалары Яңы Монасип ауылында йәшәй. Ильяс олатай бик белемле һәм көслө рухлы, иманлы мулла, әүлиә булған, Мөжәүир хәҙрәт кеүек күрәҙәлек итә белгән, кешеләрҙе дауалаған, өшкөргән, кирәмәт күрһәткән. Үлер алдынан, зыяратыма килеп дауаланыр­һығыҙ, тип әйтеп ҡалдырған. Күптән вафат булһа ла, дауалау көсө һаман бөтмәгән, халыҡ ҡәберенә йөрөй. Унан кеше өҙөлгәне юҡ. Беҙ ҙә уның ҡәберенә барып, рәхмәт әйттек, теләктәр теләнек, аяттар уҡыныҡ.
Тағы ла үҙенең эштәре менән ҡыуандырып торған йәнә бер туғаным тураһында ла әйткем килә. Ул – Рәсүл Хәсән улы Сәғитов, Баш­ҡорт­остан Республикаһының Йәмәғәт Палатаһы, Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзының идара ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙан­ған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты. Әле «Баш­ҡортостан» дәүләт телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙар компанияһында эшләй.
Туғандар менән аш татлы, тигән боронғолар, ысынлап та, инәйҙәребеҙ бешергән тәмле ризыҡтар менән бергәләшеп һыйландыҡ. Уйын-көлкө, йыр-моң өҙөлмәне. Балалар ҙа, ололар ҙа кинәнеп йырланы, бейене, күңел асты, һәр кем үҙенең маһирлығын, оҫталығын күр­һәтте. Ярыштар ҙа уҙғарылып, еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Мөғжизәләр төйәге – Бөр­йәнем туғайында туғандарымдың һәр береһенең талантына ҡарап һоҡланып, улар менән тәмләп сәй эсеүҙәр, рәхәтләнеп аралашыуҙар миңә бик оҡшаны. Артабан үҙебеҙҙең данлы шәжәрәне ныҡлап өйрәнеп, эҙләнеү эшенә тотоноу уйы тыуҙы.
Дуҫтарым! Мин ошо осрашыуҙан һуң Шәжәрә байрамы ни тиклем кәрәкле, мөһим, уны мотлаҡ үткәрергә кәрәк икәнде аңланым. Күсе ныҡтың көсө ныҡ, тиҙәр бит. Шуға күрә, Алла бирһә, Бөрйән бал ҡорттары кеүек берҙәм, уңған, татыу булып, бер күстә матур йәшәр әле Сәғитовтар! Ышанаһығыҙмы, дуҫтарым, быйылғы йәй­ҙә был минең иң һоҡлан­ғыс, иҫтәлекле, мәңге хәтерҙә һаҡланырлыҡ көнөм булды. Вәт, исмаһам, йәй­ҙең бер матур көнө, тиһәң дә була! Тантаналы сараны ойоштороусы барса туғандарыма сикһеҙ рәхмәтлемен.

Лиана СӘҒИТОВА, йәш хәбәрсе.
Сибайҙағы интернат-гимназия.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code