Шәжәрәңде өйрән дә…

Архив эштәре буйынса идаралыҡ республи­ка архив хеҙмәтенә 100 йыл тулыуға арнап, 15 май­ҙан 2018 йылдың 21 ғинуарына саҡлы IX – XI синыф уҡыусылары, студенттар һәм 30 йәшкә тиклемге йәштәр араһында «Халыҡ тарихында – минең ырыуым йылъяҙмаһы» тигән тикшеренеү эштәре конкурсы үткәрә.
Бәйгелә ҡатнашыусылар архив документтары нигеҙендә үҙҙәренең ғаиләһенең йәки Башҡорт­остандың үҫешенә ҙур өлөш индергән билдәле шәхестәрҙең шәжәрәһен өйрәнеп, дөйөм тикшеренеү эше яҙырға тейеш. Еңеүселәр киләһе йылдың ғинуарында бүләкләнәсәк.
Конкурстың шарттары менән Архив эштәре буйынса идаралыҡтың  www.gasrb.ru сайтында таныша алаһығыҙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code