Шүлгәнташ хайран итте

Йәйге каникулым бик күңелле һәм мауыҡтырғыс үтте. Рәхәтләнеп ял иттем, көн һайын Ҡыҙыл йылғаһында һыу индем, әсәй менән атайға ярҙам итергә лә онотманым. Шулай ҙа иң ҡыҙыҡлыһы, күңеллеһе Башҡорт­останыбыҙҙың ете мөғжизәһенең береһе – Шүлгәнташ мәмерйәһенә барыу булды.

Ул Бөрйән районында урынлашҡан. Был мәмерйә – тәүтормош кешеләре төйәк иткән, бөтә донъяға киң билдәле тәбиғәт ҡомартҡыһы. Уның эсендә үҙеңде әллә ҡай­ҙа килеп ингән кеүек хис итәһең. Мәмерйәлә боронғо кешеләр төшөргән мамонт, ат, мөгөҙморон һүрәттәрен күрҙем. Был тирәнең һауаһы бик таҙа һәм шифалы, тиҙәр. Урал батырҙың бар тереклеккә бөрккән тере һыуында бит-ҡулдарыбыҙҙы йыуып сафландыҡ. Эргәһендәге үле күлдең төбөнән Шүлгән килеп сығыр төҫлө тойолдо. Мәмерйә тирәләй урынлашҡан төрлө хайуандар һындары ла хайран итте. Музейында ҡыҙыҡлы экспонаттар менән таныштыҡ.
Үтә күренмәле таҙа, йомшаҡ, сылтырап аҡҡан көмөштәй саф һыулы Ағиҙел йыл­ғаһы үҙе ни тора! Көнө буйы һыу инһәк тә, танһығыбыҙ ҡанманы.
Күңелле лә, йәмле лә йәй шулай тиҙ генә үтеп китте. Мин яңы уҡыу йылын көс-дәрт йыйып, илһамланып башлап ебәрҙем.

Раян ЯЛМЫРҘИН, IV синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Амангилде мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code