«Селтәрле» ҡоймаҡ

3 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы тоҙ һәм шәкәрҙе бергә ҡушып туғығыҙ. Әҙер массаға 200 миллилитр һөт ҡойоғоҙ, әҙерәк аш һеркәһендә һүндерелгән сода өҫтәгеҙ һәм ҡуйы ҡаймаҡ кеүек масса килеп сыҡҡансы он һалып йәнә бутағыҙ. Уға 300 миллилитр йылымыс һөт өҫтәгеҙ. Ҡамыры­ғыҙ шыйыҡ ҡына килеп сығырға тейеш. Ә ҡоймағығыҙ селтәрле булһын тиһәгеҙ, тағы ла ярты стакан ҡайнар һыу ҡушығыҙ. 3 ҡалаҡ көнбағыш майы һалып бутағас, 15 – 20 минутҡа йылы урынға ҡуйып тороғоҙ. Шунан ҡыҙыу табаны майлап, йоҡа ғына итеп ҡоймағығыҙҙы ҡоя башларға ла мөмкин.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code