Саҡмағоштан килде ҡунаҡ

Юлай атаһы һәм ҡустыһы Булат менән.

Йәйге каникулын Юлай НИЗАЕВ өйҙә генә үткәрә. Атай-әсәйҙәренә мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡараша, баҡса эштәрендә ярҙамлаша. Яҡындары менән еләк йыйырға, балыҡ тоторға ла йөрөгән.Ипле, уңған малай – олатай-өләсәй­ҙәренең дә уң ҡулы ул. Улар ҡушҡан йомош-эштәрҙе үтәргә әҙер генә тора.
– Яҙыусы ул минең Әғдәл олатайым. Алты китабы бар, умартасылыҡ буйынса ҡулланма ла сығарған. Умарта ла тота. Етмәһә, «Умартасылыҡ сер­ҙәре» клубын етәкләй, – ти Юлай олатаһы менән ғорурланып.
Саҡмағоштағы 1-се мәктәпкә туғы­ҙынсыға барасаҡ Юлай Низаев яҙған әйберенең матбуғат биттәрендә баҫылып сығыуын түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Шунан да ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ һымаҡ донъя­ла. Атай-әсәйҙәре ҡай­һы арала яҙып, ҡайһы ваҡытта ебәргәнен белмәй ҙә ҡала. Мәҡәләһе «Йәншишмә»лә, үҙҙәренең «Игенсе» район гәзитендә баҫылып сыҡҡас ҡына күрәләр. Яҙышыу һәләте нәҫелдән киләлер, моғайын. Әғдәл олатайҙары редакцияла оҙаҡ йылдар яуаплы сәркәтип булып эшләгән.
– «Йәншишмә» гәзитен былтыр алдыра башланыҡ. Юлай үҙе теләгәс, ҡаршы килмәнек инде. Башҡа гәзит-журналдарҙы ла уҡыр­ға уйлаһа, яҙҙырасаҡбыҙ, – ти атайҙары Азамат.
«Аҙна һайын – отош» акцияһында ҡатнашып, приз отҡас, бүләктәрен ғаилә менән килеп алдылар. Бер ың­ғай каникулда Өфөнөң күп иҫтәлекле урындарында булырға өлгөрҙөләр.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code