Сөмбөлдөң һөйөүе

Айгизәрҙәр уларҙың ауылына күсеп килгәндә Сөм­бөл бәләкәй ине әле, ҡыҙға 7 – 8 йәштәр тирәһе булғандыр. Күршелә яңғыҙ ғына донъя көткән Таһир ағай көтмәгәндә, барыһын да аптырауға һалып, өйләнде лә ҡуй­ҙы. Бар мал-тыуарын, баҡсаһын үҙе генә ҡарап, кешеләр менән үтә аралашып бармаған тыйнаҡ холоҡло ауылдаштары ҡасан да булһа ғаилә ҡоророна бөтәһе лә өмөтөн өҙгәйне инде. Ә ул уйламағанда ошоғаса бер кем дә күргәне, белгәне булмаған ҡатынды алды ла ҡайтты. Төрлө кеше төрлөсә фекер йөрөттө: кемдер был ҡатын алыҫ райондарҙың береһенән икән, Таһир шул яҡтарҙан булған дуҫы аша танышҡан, тиһә, икенселәре димсегә барғандыр, тип үҙенекен тыҡыны. Нисек кенә булмаһын, улар матур ғаилә ҡороп, тырышып донъя көтөп алды ла китте. Әнисә апайҙың үҙе менән эйәрсән улы ла бар икән. Сөмбөл уны бер нисә көн үткәс, Таһир ағаларының ҡапҡаһы янында күреп аптырағайны.

– Сәләм, мин – Сөмбөл, һин кем булаһың? – тип йылмайып, илгәҙәк ҡыҙыҡай малай янына йүгереп килеп тә етте. Тегенеһе машинаһы менән уйнап ултырған ерҙән, аптырап, тауыш килгән яҡҡа боролдо һәм Сөмбөлдөң ихлас йылмайыуын күреп, битен соҡорайтып йылмайып ебәреүен һиҙмәй ҙә ҡалды. Шунан ҡапыл һикереп торҙо ла тап ололарса ҡояшта янған ҡулдарын ҡыҙға һондо:
– Сәләм, мин – Айгизәр.
Тәүге танышыуҙары шулай булды. Күрше-тирәлә йәштәштәре булмағас, Сөмбөл, эй, ҡыуанғайны шунда яңы дуҫ, күрше табыуына. Ә көҙгөһөн малай тап уларҙың синыфына уҡырға килгәс, шатлығынан ни эшләргә белмәне. Яңы синыфташ ҡыҙҙары менән дә бик аралашып барманы – уның өсөн әхирәттәрен Айгизәр алмаштырҙы. Бер парта артында ултырып, бергә мәктәпкә барыуҙар, Сөмбөл күпме киреләнһә лә, ай-вайына ҡарамай, өйөнә тиклем уның да биштәрен аҫып ҡайтыуҙар, бергә өйгә эш башҡарыуҙар… Әлбиттә, футбол уйнарға ла, балыҡ ҡармаҡлар­ға ла яңы күршеһенән өйрәнде ҡыҙ. Айгизәргә лә башҡа дуҫтар, малайҙар кәрәкмәй ине, күрәһең. Үҙҙәре уйынға саҡырһалар, сыҡты, ярҙам һораһалар ҙа ҡаршы килмәне, әммә береһе менән дә яҡын дуҫ булманы.
Шулай йылдар үтә торҙо, туғыҙынсыны тамамлағас, Айгизәр ҡыҙға баш ҡалалағы гимназияға уҡырға китәсәген әйтте. Сөмбөл аптырап ҡалды. Ҡыуанырға тейеш ине бит, ә ул ҡапыл моңһоуланды ла ҡуйҙы. Ирендәрен саҡ ҡыбырлатып:
– Ҡотлайым, – тип әйтә алды.
Шул йәй ғүмерендә иң тиҙ үткән каникулы булғандыр ҡыҙҙың. Көндөҙ өй, баҡса эштәре менән булышып, кистәрен Айгизәр менән бергә үткәрҙеләр. Айлы төндәрҙә етәкләшеп йылға ярҙары буйлап йөрөһөндәрме, тау башына менеп, йондоҙҙар һанаһындармы, юҡҡа-барға иҫәрләнеп, шаярышып кө­лөш­һөндәрме…
Шулай август аҙаҡтары ла яҡынлашты. Егет, иртәгә китәм, тигән көндө таңды бергә ҡаршыларға һөйләштеләр. Тик Айгизәр нисектер ул төндә һүҙһеҙгә әйләнде лә ҡуйҙы.
– Мин йыш-йыш хаттар яҙып торормон, һин дә миңә шылтыратып тор, йышыраҡ ҡайт, йәме, – тип Сөмбөл көлкө хәлдәрен иҫләп, күңелен асырға тырышһа ла, бер ни килеп сыҡманы. Шул саҡ атлап барған ерҙән егет ҡапыл туҡтап ҡалды. Яңы ғына офоҡтан һыҙылып тәүге ҡояш нур­ҙары күренә башлаған аяҙ иртә ине был. Ҡыҙ аптырап егеткә боролоп ҡараны.
Айгизәрҙең ҡарашы ни аңлатҡанын һүҙҙәр менән әйтеп биреү мөмкин түгел ине. Бер ни өндәшмәй, моңһоу ғына оҙаҡ итеп күрше ҡыҙына, бала саҡ дуҫына, ҡарап торҙо. Ҡапыл ҡарашын аҫҡа төшөрөп, кире башын күтәргәндә, уның күҙҙәрендәге шаян осҡондар­ҙы күреп, Сөмбөлдөң йөрәге урынынан ҡуҙғалған һымаҡ булды.
Егет ни ҡыланғанын да аңламай, ҡапыл ҡыҙҙы күтәреп алып өйрөлтөргә кереште. Шунан матур итеп бер йылмайҙы ла ирендәренән үбеп алмаһынмы?!
– Айгизәр… Ни… Ни эшләүең был? – Сөмбөл оялышынан һүҙҙәрен көскә әйтә алды.
– Сөмбөл… Сөмбөлөм минең… Һаман да аңламаныңмы ни? Яратам мин һине, матурым! – Егет шул һүҙҙәре менән ҡыҙҙы йылы ҡосағына алды ла туп-тура итеп күҙҙәренә ҡараны. Сөмбөл был хәлдә үҙен нисек тоторға белмәй, оялып, бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ә яҡын дуҫы уға шул тиклем текләп ҡарай, күҙҙәренән үҙенең әйтелмәгән һорауҙарына яуап эҙләй кеүек.
Башҡа бер һүҙ ҙә әйтелмәне. Айгизәр уға оҙаҡ ҡына ҡарап торғас, ҡапыл ипләп кенә ҡосағынан ысҡындырҙы. Ҡулынан етәкләне лә өйөнә тиклем оҙата килде. Ҡапҡа янына еткәс, ҡыйыуланып, ҡыҙҙы йә­нә бер үбеп алды ла:
– Ярай, хуш! Мине онотма! – тип күрше ҡапҡа яғына боролдо.
Иртәгеһенә ул уҡырға китте… Таһир ағай менән Әнисә апай, башҡа күрше-күлән оҙата сыҡты. Ә ҡыҙ, иҫәркәй, юҡ. Тәҙрәнән генә һаубуллашты дуҫы менән. Айгизәр ауылдаштарының һәр береһенә йылмайып, әйткәндәренә яуап биреп торған булһа ла, ике күҙе Сөмбөлдәрҙең ҡап­ҡаһында булды. Аҙаҡҡы минутҡа тиклем һөйгәненең килеп сығырына өмөт иткәндер әле.
Шунан инде яңы уҡыу йылы башланды. Ҡыҙ башта егеттән шылтыратыуҙар, ҡыҫҡа ғына хәбәрҙәр көттө. Ул өндәшмәгәс, хәтере ҡалды, үҙе лә яҙманы. Тик Айгизәрһеҙ хәтәр күңелһеҙ ине. Синыфташтары, тиңдәштәре – башҡа берәү ҙә яҡын дуҫын алыштыра алманы. Уҡыуҙан ҡайта ла тиҙерәк бергә үткән болондарға, йылға буйҙарына ашы­ға.
Яйлап ҡына тәүге сирек аҙағына етте. Ҡыҙ түҙемһеҙләнеп Айгизәрҙе көттө. Уны нисек ҡаршыларын, ниндәй һүҙҙәр әйтерен үҙ алдына ҡабатлап, ятлап бөттө инде.
Күрше ҡапҡа төбөнә машина килеп туҡтаған тауыш ишетелгәс, тәҙрә янына ашыҡты. Бына уның ишеге асылып, ҡәҙерле кешеһе килеп тә сыҡты. Сөмбөлдөң йөрәге ярһып тибергә кереште. Ә ул үҙен алдап маташҡан була. Күпме тапҡыр күңелдә бөрөләнеп килгән хистәрен һүндерергә тырышып: «Юҡ, яратмайым мин уны», – тип кире ҡағырға тырышһа ла, Айгизәрҙе күреү менән биттәре янып, ни эшләргә белмәне. Нисек күрешерҙәр?
Кисен баҡсала түтәлдәргә һыу ҡойоп йөрөгәнендә Әнисә апай килеп инде лә:
– Сөмбөл, Айгизәр ҡайт­ты, күрешеп сыҡмайһыңмы? Улым килеп ингәс тә һинең хаҡта һорашты, – тине.
Ҡыҙҙың күңелен әйтеп бирә алмаҫлыҡ шатлыҡ тойғоһо биләп алды: Айгизәр бит онотмаған, ә ул әллә ниҙәр уйлап, аптыранып йөрөй. Сөмбөл ашҡынып сығып китте һөйгәне менән осрашыуға. Ҡайһы саҡ яратҡаныңды аңлау өсөн бары бер-береңдән аҙға ғына йырағыраҡ булып торорға кәрәк икән.

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА, БДУ студенткаһы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code