Сәхнәлә – китапханасы апайҙар

Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең «Мурашек» ҡурсаҡ театры сығышы Бишауыл-Уңғар балаларын да битараф ҡалдырманы. Шулай булмай һуң, сәхнәлә мөғжизәләр донъяһы ла баһа?! Тылсым тәҙрәләренән ике яҡлап урынлаштырылған төрлө төҫтәге матур, күҙҙе ҡамаштыр­ған шарҙар ысын байрам мөхитен тыуҙырҙы.

Китапханасы-артист апай­ҙарҙың Яңы йыл байрамында кескәйҙәрҙең кәйефен күтәрергә, шатландырырға ты­рыш­ҡандары күренеп тора. «Тылсымлы тирмә» әкиәте геройҙарының сағыу кейемдәре лә, үҙҙәре лә – Әтәс-Айбулат, Себеш-Бикбулат, Бесәй-Малахай, Эт-Ялай һәм Ярғанат ныҡ оҡшаны. Улар­ҙың сәхнәнең әле бер мөйөшөнән, әле икенсеһенән йырлап, бейеп килеп сығыуҙарын балалар мөкиббән китеп, иғтибар менән күҙәтте. Китапханасы-артист апайҙары­быҙ – Гөлназ Атнабаева, Зенфира Шәймәрҙәнова, Гөлдәр Гәрәева, Ләлә Ғәйнуллина һәм Наталья Вдовиналарҙың китап уҡыуға, әҙәбиәткә һөйөү, спектаклдәр ҡуйып, зауыҡлы­лыҡ, матурлыҡ, изгелек кеүек сифаттар ҙа тәрбиәләргә тырышыуы маҡтауға лайыҡ.

Фәнзилә ХИСАМОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code