Сәхнәлә – экологик әкиәт

Манышты ауылында балалар өсөн «Белмәҫйән һәм тәбиғәт байрамы» исемле экологик әкиәт сәхнәләштерелде. Уның геройҙары тәбиғәттең көндән-көн моңайыуына аптырашып, нисек тә булһа ярҙам итеү сараларын эҙләргә ҡарар итә. Бергәләшеп уйлашҡандан һуң, улар йылғаларҙы таҙа тоторға, ағас­тарҙы ҡырҡмаҫҡа, тигән ҡарарға килә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар Белмәҫйән (Рәлиә Йомағужина), Белерйән (Айһылыу Хәсәнова), Тюбик (Гөлназ Сафуанова) һәм Гусля (Гөлфиә Шәйхетдинова) менән уйындар уйнаны, бейене.
Матур байрам ауыл клубы, китапханаһы һәм мәктәбе хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторолдо.

Гөлфиә ШӘЙХЕТДИНОВА, китапханасы.
Белорет районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code