Сәхнәлә – «Әсә фатихаһы»

Спектаклдә ҡатнашыусылар.

Донъялағы иң бөйөк кешегә – әсәгә сикһеҙ хөрмәтебеҙҙе, мөхәббәтебеҙҙе белдереү маҡсатында яҡташ яҙыусыбыҙ Фәрзәнә Аҡбулатованың сценарийы буйынса «Әсә фатихаһы» тип аталған спектакль ҡуйҙыҡ. Тамашасылар араһында элекке алдынғы һауынсылар, мал ҡараусылар, ветеран уҡытыусылар, хаҡлы ялдағы һатыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, ырҙында эшләүселәр һәм, әлбиттә, йәш-елкенсәк, бала-сағалар булды.

Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, тамаша бик йылы ҡабул ителде. Ролдәрҙе башҡарыусы «әртистәр» ҙә бик тырышты. Айгөлдө – Лилиә Мир­ғәле ҡыҙы Таймасова, Әсәне Рәйлә Ҡасим ҡыҙы Байғужина уйнаны. Улар әсә һәм бала мөнәсәбәтен, бер бөтөнлөгөн бик тапҡыр асты. Кешелектең иң яуыз дошмандары – Яңғыҙлыҡ (Рәсимә Байғужина), Наҙанлыҡ (Сания Рыҫҡолова), Ғәмһеҙлек (Фәйрүзә Таймасова) кеүек кире сифаттарҙы нисек еңергә мөмкин икәнлеген дә күрһәтте был спектакль. Тоғро дуҫтар тормошта осрап торған һанһыҙ кәртәләрҙе, ҡаршылыҡтарҙы үтергә ярҙам итә. Бына улар – тәбиғәткә дан йырлаусы Һарыҡай исемле моңло Турғай (Зөһрә Вәхитова), бала сағаны кейектән һаҡлаусы Аҡтырнаҡ исемле эт (Зимфира Байғужина), төндә аҙаш­ҡандарға, юлсыларға юл күрһәтеүсе Аҡйондоҙ (Зәйтүнә Вәхитова). Изге күңелле, тоғро дуҫтар, яҡын туғандар булғанда тормош һынауҙарын, ауырлыҡтарҙы, ҡапыл килгән бәлә-ҡазаларҙы үтеүе еңелерәк.
Ауылдаштарыбыҙға бына шундай матур йөкмәткеле спектакль әҙерләнек.

Гөлсинә МӘҒӘФҮРОВА.
Хәйбулла районы, Юлбарыҫ ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code