Сәхнә өсөн тыуған ул!

Борон-борон борондан,
Кеше-маҙар килмәгән,
Килеп аяҡ баҫмаған,
Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем белмәгән…
Ана, бер ҡыҙ үҙенә генә хас моңло тауыш менән «Урал батыр» эпосын һөйләй. Бигерәк бирелеп ятлай. Халҡыбыҙҙың үлемһеҙ әҫәрендәге Урал, Шүлгән, Һомай образдарын да нисек оҫта еткерә. Ифрат килештерә! Кем, ул тиһегеҙме? Хәйбулла районы Аҡъя­рҙағы 2-се мәктәптән Рәлиә Ғәббәсова. Юҡҡа ғы­на «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең VIII халыҡ-ара конкурсында «Иң оҫта һөйләүсе» номинацияһында еңеүсе булмаған икән. Үҙҙәрендә лә нисәмә йыл рәттән изге ҡомарт­ҡыбыҙҙы һөйләп, рай­он бәйгеһендә гел генә беренсе урын яулай. Шиғыр һөйләү бәйгеләрендә лә уға тиңдәр юҡ!

Әсәһе яғынан халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтең то­ҡомонан булыуы үҙен һиҙҙерә. Ҡыҙ балалар баҡсаһына йөрөгән сағынан, әле лә әҙәби сараларҙа, яҙыусы-шағирҙарҙың кисәләрендә, бүтән байрамдарҙа ихлас сығыш яһай. Ул урыҫса ла, башҡортса ла еренә еткереп шиғыр һөйләһенме, бейеһенме, йырлап та ебәрһенме – барыһы ла ҡулынан килә. Әкиәт һөйләргә лә әүәҫлеге бар. Башлан­ғыс синыфта уҡығанында өс йыл рәттән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһендә лә ҡатнашып килде бит. Уның шулай йондоҙ булып үҫеүендә ата-әсәһенең дә роле бик ҙур, ҡыҙҙарына һәр яҡлап үҫер­гә ярҙам итеп кенә торалар. Таш­ту­ғай­ҙағы өләсәһе «Урал батыр» эпосын ятларға өйрәтә. Әлеге һөйләгән юлдар менән генә туҡ­та­лып ҡалырға уйламай ҡыҙ. Боронғо мираҫыбыҙҙы тулыһынса ятларға тигән уй менән янып йөрөй.
Башланғыс синыфтарҙа белем биргән уҡытыусыһы Фәймә Ишмырҙа ҡыҙы Солтанова Рәлиәне маҡтап бөтә алмай.
– Бик тырыш, ныҡышмал, үҙ-үҙенә бик талапсан ҡыҙ. Һәр ваҡыт дәрескә әҙерләнеп йөрөнө, диктанттарҙы ла хатаһыҙ яҙҙы. Ниндәйҙер бер тексты күсерергә биргәндә лә, үҙенә оҡшамаһа, ҡабат-ҡабат күсерер ине. Иншаһы ла матур килеп сыға. Ҡуйған маҡсатына ынтылышы бар. Еңмәһәк тә, ниндәйҙер бәйгелә ҡатнашырға теләп кенә торҙо. Шуға Рәлиәгә беҙ ышанабыҙ, мотлаҡ оло тормошта үҙ юлын табасаҡ, – ти ул.
Шулай булыр ҙа. Почёт таҡта­һынан да фотоһүрәте төшкәне юҡ. Мәктәптең «Һәләтле балалар банкы»на ла индерелгән. V синыф уҡыусыһы Рәлиәнең уҡыуы, һәр яҡлап әүҙем булыуы баш­ҡаларға ла өлгө булырлыҡ.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code