Сәскәләр рәхмәт әйтә

Рүзил Вәлитов, Илина Хәмитова, Даша Пивоварова һәм Аделина Үтәгәновалар сәскәләргә һыу һибә.

Рүзил Вәлитов, Илина Хәмитова,
Даша Пивоварова һәм Аделина Үтәгәновалар сәскәләргә һыу һибә.

– Эй, ҡайһылай һәйбәт иткәнһең әле шланг алып килеп, – тип ҡыуанып ҡаршыланы Камилды уҡытыу­сыһы Оксана Викторовна Исмәғилева. – Улай бул­ғас, бар һин кәбеҫтәләргә һип, юғиһә, башҡалар өлгөрә алмай, ул йәшелсәгә һалҡын һыу ҙа ярай.
Камил Усманов шунда уҡ шлангыһын кранға тоташтырып, эшкә лә тотондо.
Иртәнге туғыҙынсы яр­ты ғына, ә нисек ныҡ ҡыҙ­ҙыра. Мәктәп баҡсаһында­ғы йәшелсәләр, сәскәләр бирешмәһен өсөн уҡыу­сылар сиратлап көн дә килеп һыу һибә. Бына әле лә бишенселәр һәм үҙ ва­ҡытында практика үтә алмаған башҡа синыф уҡыу­сылары йүгерә-йүгерә эшләп йөрөй. Урал Исмә­ғилев, Рүзил Вәлитов, Или­на Хәмитова, Даша Пивоварова, Аделина Үтәгәнова, Регина Фисенко мәктәп алдындағы сәскәләр­ҙе хәстәрләй. Тиҙҙән уҡыр­ға килгәндә улар балҡып ҡаршы алыр үҙҙәрен.

Камил Усманов.

Камил Усманов.

Камил Усманов VI синыфҡа барасаҡ. Йәйге каникулда Красноусольски­ҙа ял иткән. Лагерҙа өс аҙ­на булған. Походтарға йөрөү оҡшаған. Еҙемдә һыу ингәндәр, мәмерйәгә кергәндәр, рәхәтләнеп футбол уйнағандар.
– Туғыҙынсы синыфты тамамлаған Инсаф ағайым һәм әсәйем менән бергә өсәүләп тиҙҙән Стәрлетамаҡҡа мәктәп кәрәк-яраҡтары алырға барасаҡбыҙ, – ти Камил ҡыуанып. Күренеп тора: уҡыу­ҙы, иптәштәрен һағынып та өлгөргән малай. Тырышып белем алғас, «дүртле»ләре лә бер нисәү ге­нә. Гел «бишле»гә генә уҡый тиерлек.
…Тиҙҙән малайҙар, ҡыҙ­ҙар бөгөнгә эштәрен тамамлап, ҡайтырға йыйынды. Ә улар һыу һипкән сәскәләр, утыҙ градустан ашыу эҫелеккә лә бирешмәй, балаларға рәхмәт әйт­кәндәй, балҡып ҡалды.

З. МӘҺӘҘИЕВА.
Көйөргәҙе районы, Таймаҫ мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code