Йыл һайын беҙҙең 50-се балалар баҡсаһында Сәскәләр байрамы уҙғарыла. Уға тәрбиәселәр алдан уҡ әҙерләнә башлай. Иртә яҙҙан балалар баҡсаһы тирәләй төрлө-төрлө матур сәскәләр ултырталар, тәрбиәләйҙәр. Быйыл да байрам бик күңелле үтте. Сәскәләр феяһы төрлө конкурс һәм уйындар ойошторҙо. Бәләкәстәр йомаҡ систе, Башҡортостаныбыҙҙа ниндәй сәскәләр үҫеүе хаҡында һөйләне, уларға арнап шиғыр ятланы, йыр йырланы.
«Минең тылсымлы сәскәм» тигән асфальтҡа һүрәт төшөрөү конкурсында ла ихлас ҡатнаштылар. Кескәйҙәр ата-әсәләре менән бергәләп иҫке материалдарҙан яратҡан сәскәләренең костюмын да әҙерләгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы матур һәм үҙенсәлекле килеп сыҡты. Балалар феяға сәскәләрҙе буштан-буш өҙмәҫкә, тәбиғәтте һаҡларға вәғәҙә бирҙе.
Зөлфиә СОЛТАНОВА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы.