Сәмле ҡыҙ

Гөлиә ҠАРАМЫШЕВАның иң ҙур теләге – «Тамыр» каналының «Сулпылар» тапшырыуына төшөү. Булмаҫ, тимә, I синыфта ғына уҡыған ҡыҙҙың талантына хайран ҡалырлыҡ. Матур итеп йырлай ҙа, бейей ҙә. Мәктәпкә бармаҫ элек үк район кимәлендә үткән «Йәш һандуғас» бәйгеһендә I урын алған бит ул!

Гөлиәнең Зилиә исемле апаһы ла бар. Ул III синыфта белем ала. Ҡыҙҙар икеһе лә – уҡыу алдынғылары. Баҡтиһәң, Гөлиәгә бөтә нәмә апаһынан килә икән. Зилиә «Урал батыр»ҙы ятлай башлағас, Гөлиә шым ғына тыңлап, өйрәнеп йөрөй. Апа­һы сығыш яһай торған көндө илап, мин дә һөйләйем, тип барыһын аптырата. Беләһегеҙме, унда кескәй ҡыҙ II урын ала. Ә Зилиә Гран-при яулай.
– Беҙҙең Гөлиә – шул тиклем сәмле ҡыҙыҡай. Апаһы Гран-при хужаһы булғас: «Минең дә алғым килә», – тип өҙмәне лә ҡуйманы. Нимә эшләйһең инде, икәүләп шөғөлләнә башланыҡ. Ятланыҡ һәм тағы ла ике ҡобайыр өҫтәп һөйләп, уҙған йыл Гран-при алды. Шундай күркәм, абруйлы бәйгелә ике йыл рәттән ҡыҙҙарым иң оло баһа алып ҡыуандырҙылар, – ти әсәйҙәре Гүзәлиә ханым шатланып.
Ҡыҙҙарға хыялдарының тормошҡа ашыуын һәм киләсәктә лә уңыштар теләйһе генә ҡала.

Х. СӘЙҒӘФӘРОВА.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code