Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!

Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә арнап Байназар ауыл китапханаһы «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» исеме менән ҙур байрам үткәр­ҙе. Китапхана хеҙмәткәрҙәре Сәлиә Вәлимөхәмәт ҡыҙы Ишбулатова һәм Роза Сәлимйән ҡыҙы Айытбаева һаулыҡ темаһына ярашлы төрлө башватҡыстар, уйындар әҙерләгән ине. Кисәлә беҙҙең мәктәп уҡыу­сылары ҡатнашты.
Уның барышында ҡыҙҙар, малай­ҙар үҙҙәрен хәрәкәтле уйындарҙа һынап ҡараны. Спорт төрҙәре, улар­ҙың барлыҡҡа килеүе, билдәле спортсылар тураһында үҙҙәре­нә күп мәғлүмәт алыуға өлгәштеләр.

Уйындарҙа ҡатнашыусылар ара­һынан иң-иңдәрен билдәләүе ҡыйын ине. «Ырғымыста иң шәп һикереүсе» исеменә III синыф уҡыу­сыһы Луиза Сәфиуллина лайыҡ бул­һа, Айһылыу Дәүләтшина «Зирәктәр» конкурсында беренселекте бирмәне. Шулай уҡ бишенсенән Нургөл Вәлитова, Лилиә Мырҙабаева, дүртенсенән Диана Иманғолова, Наҙгөл Мөхәмәтйәнова һәм өсөнсөнән Әлимә Мос­тафина, Нәйлә Идалиналар төрлө уйындарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Афарин, ҡыҙҙар!
Ысынлап та, сәләмәт икәнһең, башҡаһы булыр! Шуның өсөн дә спорт менән дуҫ булайыҡ, дуҫтар!

Зилиә БУРАНБАЕВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code