Сәйер тау

071d70ae17a3Ҡытайҙа Тибет тау­ҙарында урынлаш­ҡан Ҡайлас тау-пирамидаһы элек-элек­тән изге, серле һаналған. Унда барыу өсөн кешеләр оҙаҡ ваҡыт махсус әҙерләнгән. Тик үренә берәү ҙә менә алмаған. Хатта тау­ҙың өҫтөнән ос­ҡан самолёттарҙың приборҙары ла эшләүҙән туҡтаған.
Ә шулай ҙа уҙған быуаттың 90-сы йылдар аҙағында Америка альпинистары хыялдарын тормошҡа ашырған. Был көтөлмәгән ваҡиға була. Әммә улар, йәш егеттәр булыуға ҡарамаҫтан, алдағы ике йылда тиҙ генә ҡартайып, донъя ҡуйған.
Ҡайлас тауына яҡынлашыу менән кешеләрҙә сәйер, аңлата алмаҫлыҡ күренештәр күҙәтелә: аппетит юғала, уй-фекерҙәр бутала, бында килеү маҡсаты онотола.
Ғалимдарҙың һәр береһе әлеге мөғжизәне үҙенсә аңлатырға тырыша. Мәҫәлән, тикшеренеүсе, күренекле хирург-офтальмолог Эрнст Мулдашев Ҡайлас тау-пирамидаһын Ерҙең рухи үҙәге тип һанай.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code