Сәйәхәттә күпте белделәр

2-се мәктәптең I «В» синыфы уҡыусылары Лилиә Рәсим ҡыҙы Фәхретдинова етәкселегендә Туймазы ҡалаһының янғын һүндереү бүлексәһенә сәйәхәткә барҙы. Уның маҡсаты уҡыусыларҙы ошо һөнәр эйәләре менән таныштырыу, һәр ерҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ икәнен аңлатыу ине. Балалар янғын һүндереү машиналарының ни өсөн ҡыҙыл төҫтә, ҙур булыуын, утлы ғәрәсәт менән нисек көрәшергә һәм уны нисек һүндерергә кәрәклеге тураһында ла белде.

Ҡыҙҙар, малайҙар янғын һүндереүселәрҙең махсус кейемдәре менән танышып, баш кейеме – касканы кейеп тә ҡараны. Хушлашҡанда кескәйҙәр янғын хәүеф­һеҙлеге ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа, һәр ваҡыт иҫтә тоторға һүҙ бирҙе.

Гөлназ ЙОСОПОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Туймазы ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code