Роботтар һабантуйы

Белореттар командаһы.

Июнь айында һәр ерҙә шаулап-гөрләп һабантуйҙар уҙа. Миңә ошо матур байрамдың ғәҙәти булмағанын – Робоһабантуйҙы күрергә насип булды. Баҡтиһәң, роботтар ҙа баш­ҡорттарҙың милли уйындарын белә икән. Ҡарап тороуы үҙе бер кинәнес инде. Улар көршәк тә ватты, арҡан да тартты, тоҡ менән дә һуғышты, көрәшергә лә оҫталар бит үҙҙәре! Бәй, ҡолғаға ла үрмәләп баралар түгелме? Эйе шул! Ә иң ҡыҙығы, моғайын, футбол уйыны булғандыр.

Һабантуй яланы сәмле ярыш­тарҙы күҙәтеүселәрҙең, Бөрйән, Белорет, Өфө, Сибай, Күмертауҙан килгән робот хужаларының ҡеүәтләү, сәмләндереү тауыштарынан гөрләп торҙо. Бәйге аҙағында еңеүселәр билдәләнде, бүләктәр тапшырылды. Ҡустым Азамат менән бергә эшләгән беҙҙең роботыбыҙ ҙа призёрҙар ара­һында ине. Ул көрәш май­ҙанында «бил бирмәне» һәм икенсе урын алды. Шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Бындай ҙа күңелле һабантуйҙы күргән юҡ ине әле.
Байрам сараһы даны бөтә донъяға таралған Шүлгәнташ мәмерйәһе янында уҙғарыл­ғас, беҙ ғаиләбеҙ менән уны күреп тә сыҡтыҡ. Атайым да, әсәйем дә Бөрйәндән булғас, бында йыл һайын тиерлек киләбеҙ һәм мине был сәйәхәт һис ялҡытмай. Әсәйем һөйләгән эпостарҙағы Урал, Шүлгән, Бабсаҡ, Күҫәк батырҙар йөрөгән ерҙәр серле әкиәт донъяһын хәтерләтә һәм һәр ваҡыт үҙенә тартып тора.
Робоһабантуйҙан барыбыҙ ҙа ҡыуанып таралыштыҡ. Уны ойоштороусы ағай, апайҙарға ҙур рәхмәт!
Әле ҡустым менән Бөрйәндәге Зәкиә өләсәйебеҙҙә ҡунаҡтабыҙ. Рәхәтләнеп ял итәбеҙ: Үҙән йылғаһына көн дә балыҡҡа йөрөйбөҙ, күрше малайҙар менән туп уйнайбыҙ, скейтбордта йөрөргә өйрәнәбеҙ. Әлбиттә, өләсәйгә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итергә лә онотмайбыҙ. Ул беҙҙе бик ярата, тәмлекәстәр бешереп ашата, шифалы кәзә ҡымыҙы менән һыйлай. Ауылда рәхәт шул!

Айтуған СӘЛИХОВ.
Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code