Ризаитдин нәсихәттәре

Ризаитдин Фәхретдинов – XIX быуаттың аҙағы – XX быуат башында йәшәгән күренекле ғалим, яҙыусы, мәғрифәтсе, журналист. Ул педагогикаға ла ҙур иғтибар бирә. Тәрбиәгә арналған китаптары мәҙрәсәләрҙә дәреслек итеп ҡулланыла. Риза Фәхретдиновтың нәсихәттәре бөгөн дә мөһимлеген юғалтмай. Бына шуларҙың бер нисәүһен үҙегеҙ уҡып ҡарағыҙ әле.

Иҡтисад

  • Аҡсаһы һәм дәүләте күп кеше түгел, иҡтисады булған кеше бай була. Шуның өсөн файҙаһыҙ ерҙәргә, хәрәм урындарға бер тин булһа ла аҡса сарыф итмәгеҙ. Бындай урындарға сарыф итәсәк аҡсағыҙҙы янығыҙҙа һаҡлағыҙ, киләсәктә зарары булмаҫ.
  •  Өй идараһында булған аҙ ғына бурыс та кейемдәрҙә булған йыртыҡ кеүектер. Ваҡытында күрелеп ямалмаһа, һаман ҙурайыр. Шуның өсөн көтәсәккә нәмә алмағыҙ, әгәр зарур булһа, аҡсаһын ашығып ҡайтарырға тырышығыҙ.
  •  Өҫтөгөҙгә бурыс өймәгеҙ. Әҙәм балаһын ваҡытһыҙ ҡартайтасаҡ нәмәләрҙең береһе ул. Аҡсаның ҡиммәтен, нәмәнең хаҡын яҡшы белегеҙ.
  •  Һатыу-алыу ваҡытында алданмағыҙ. Кәрәк нәмәне, мөмкин булһа, үҙегеҙ ҡарап алығыҙ. Кәрәкмәгәндәрен арзанлығына ҡыҙығып йәки тик йыһаз булғаны һәм матурлығына ҡарап һатып алмағыҙ. Бындай әйберҙәрҙе алыу ни ҡәҙәре арзан хаҡлы булһа ла, ҡиммәттер.
  •  Керем һәм сығымдарығыҙҙы бер дәфтәргә яҙығыҙ һәм һәр ваҡыт уны күҙ алдында тотоғоҙ. Бындай дәфтәрҙәр иҡтисад аршины һәм сара үлсәүе булыр. Сөнки кеҫәһенән сыҡҡан аҡсаларҙы күреп торғанда, кәрәкмәгән урындарға биреүҙән һәр кем һаҡланырға теләй.
  •  Сығымдарҙы килемдәрҙән артыҡ итмәгеҙ, ҡара көн өсөн һәр айҙа аҙмы-күпме булһа ла кеҫәгеҙгә беректерә барығыҙ. Был күңелгә рәхәтлек килтерер һәм тырышлыҡҡа сәбәп булыр.
  •  Сығым Uартыҡ булһа, күңелгә хәсрәт арта һәм ҡанды боҙа. Зарур булмаһа, бурысҡа алмағыҙ. Мәжбүр түгел икән йәки яҡшы белмәгән кешеләргә бурыс бирмәгеҙ. Бигерәк тә халыҡ араһында кейенеп, күкрәк киреп йөрөүселәргә һәм ҡорһаҡтарын ҡунаҡ итеүселәргә, ҡатындарын дәрәжәләренән тыш кейендереүселәргә бер тин дә бүлмәгеҙ.
  •  Вәғәҙәләшкән ваҡыт етһә, аласағығыҙҙы уйнап-көлөп түгел, ысын һүрәттә һорағыҙ. Бирәсәгегеҙҙең ваҡыты етеп, бирергә көсөгөҙ булмаһа, матур итеп сәбәбен аңлатығыҙ, ғәфү үтенегеҙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code