Рассольник

Арпа ярмаһын йыуып, ҡайнап тор­ған һыуға һалығыҙ. Ул ҡайнап сыҡҡас, иләк аша һарҡытып, яңы һыуҙа ярты сәғәт бешерегеҙ. Шунан алдан әҙерләнгән һурпаға шаҡмаҡлап туралған картуф өҫтәп, уны утҡа ҡуйығыҙ. Үҙегеҙ был ваҡытта һуғанды ваҡ итеп турап, кишерҙе эре ҡыр­ғыс аша үткәреп, майлы табала 2 – 3 минут тирәһе ҡыҙҙырып алығыҙ. Икенсе табала тоҙло ҡыярҙы шаҡмаҡлап киҫеп, әҙ генә тоҙлама өҫтәп быҡтырығыҙ. Артабан һурпа­ға әҙер һуған менән кишерҙе, ҡыяр­ҙы, бешкән арпа ярмаһын һалып, 3 – 5 минут ҡайнатып алығыҙ. Бешеп 15 минут тирәһе торғас, тәрилкәләргә өҫтөнә ҡаймаҡ һәм йәшеллек һалып бирегеҙ.

Ике кеше өсөн әҙерләгәндә 500 миллилитр һурпаға 30 грамм арпа ярмаһы, 2 – 3 картуф, ярты килограмм тауыҡ ите, 1 баш һуған, 2 ки­шер, 2 – 4 ҡыяр, 100 миллилитр тоҙлама, тәменә ҡарап лавр япрағы, йәшеллек, йомро борос кәрәк буласаҡ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code