Райхана апай күлдәктәре

Оҫта тегенсе апай үҙенең күркәм костюмдары менән.

Бынау бәләкәс кенә балалар кейгән күлдәктәрҙең матурлығы-ы-ы! Үҙҙәренә килешеп тора, эйеме? Белорет районының Береш балалар баҡсаһына йөрөгән бәләкәстәр һәр ваҡыт байрамдарҙа ана шулай милли кейемдәрҙә генә сығыш яһай. Ә ул костюмдарҙы шундай килешле итеп Райхана инәйҙәре теккән.
Райхана Баһауетдин ҡыҙы Әминева күрше Берештамаҡ ауылында йәшәй. 40 йыл балаларға урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем биреп, хәҙер хаҡлы ялда. Электән тегенергә яратҡан ханым ана шулай үҙенә яңы шөғөл таба.

Вәт, килешә үҙҙәренә!

– Тегергә яратһам да, милли кейемдәргә тотонғаным юҡ ине. 2004 йылда беҙҙең Береш­тамаҡта яңы мәктәп асылды. Уҡытыусылар барыбыҙ ҙа ҡыуанып, шундай дәрт менән эшләп йөрөйбөҙ. Концерттар ҡуябыҙ. Ләкин кейемдәр юҡ. Шунан уйланым-уйланым да, үҙем тегеп ҡарарға булдым. Бергә йыйылып, үҙебеҙҙең аҡсаға туҡыма һәм баш­ҡа кәрәк материалдар һатып алдыҡ. Тырышып камзулдары менән бергә дүрт милли күлдәк тектем. Һәйбәт кенә килеп сыҡты. Теккән һайын оҫтара, етеш­һеҙлектәремде лә асыҡлай барам. Һуңынан малайҙарға бүректәр менән костюм тектем. Бер заман шул тиклем сәмләнеп киткәнмен. Текмәйенсә тора алмайым. Ниндәйҙер бер күңел талабына әйләнде лә ҡуйҙы. Буш ваҡытым булһа, машинкам артына ултырам. Өйҙә әллә күпме күлдәктәр барлыҡҡа килде. Үҙемә лә тегеп кейҙем. Аҙаҡ күрше ауылдыҡылар ишетеп ҡалып, заказдар бирә башланы. Асынан Ғәтиә тигән апай ейәнсәренә тектереп алып ҡайтып күрһәткән дә артынса унлаған өләсәй килеп етте, – ти Райхана Баһауетдин ҡыҙы.
Үрмәксенән күрмәксе, аҙаҡ бер-бер артлы ауылдаш инәй­ҙәр килә башлай. Шулай тегенсенең даны күрше Береш, Ғәбдүк ауылдарына, хатта Өфөгә барып етә. Шулай булмай, Райхана апайҙың күлдәктәре матур ҙа, осһоҙ ҙа бит. Өлкәндәрҙеке 1 мең 500 һум торһа, бәләкәстәрҙеке – 500 – 700 һум. Етмәһә, туҡымаһы ла үҙенеке. Былтыр ғына ул 51 күлдәк теккән. Бәләкәстәрҙең күлдәге – 1, өлкәндәрҙеке 2 көндә әҙер була.

Бынан тыш, Райхана апай ҡорама, аппликация менән дә булыша. Күп итеп төрлө гөлдәр үҫтерә. Баҡсаһы ла шау сәскәгә күмелеп ултыра. Тағы ла оҫта бәшмәксе, үҙҙәре яғында үҫкән ашар­ға яраҡлы бөтә төрҙәрен дә таный. Еләк бешһә, урмандан ҡайта белмәй. Икенсе йәйгә етерлек итеп ҡайнатмаһын да әҙерләй, туңдыра ла. Хаҡлы ялдамын, тип тик кенә ятмай ул. Шуға ла йәштәрсә дәрт-дарман менән йәшәй, бер ниндәй сир-сырхау­ҙарға ла бирешмәй.

Райхана апай шәп кенә рецебы менән дә уртаҡ­лашты. Тоҙлаған, маринадлаған бәшмәктәре телеңде йоторлоҡ.
Бәшмәктәрҙе маринадлау өсөн йыумаҫ элек улар­ҙы сүп-сарынан таҙартырға, эшләпәһенән шекәрәһен алырға кәрәк. Юғиһә, тайып тик торасаҡ. Бармаҡтар ҡараймаһын өсөн бирсәткә кейергә мөмкин. Таҙартып бөткәс, тоҙло һыуҙа 10 – 15 минут бешерәбеҙ ҙә өҫтөнә маринад ҡойоп йәнә 5 минут ҡайнатабыҙ. Был ваҡытта күбеген алып торорға кәрәк. Кәстрүлде уттан алғас, һеркә, һарымһаҡ өҫтәйбеҙ ҙә бәшмәктәрҙе стерилләнгән банкаларға һалып, өҫтөн ҡаплап һалҡын урынға алып ҡуябыҙ.
Ә маринад былай әҙерләнә: 1 литр һыуға 2-шәр аш ҡалағы шәкәр ҡомо, тоҙ, 15 бөртөк ҡара борос, 2 лавр япрағы һалып, кәстрүлде утҡа ҡуябыҙ. 5 минут тирәһе генә бешерәбеҙ ҙә һүндерәбеҙ.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code