Районыбыҙ сәсәниәһе

Фатима ҺИБӘТОВА – районыбыҙҙың билдәле сәсәниәһе, ил инәһе. Ул ауылдың ғына түгел, райондың һәм республиканың мәҙәни-ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашып килә. 2010 йылда рай­он шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә үҙе ижад иткән шиғырҙарҙы һөйләп, Гран-при алһа, 2014 йылда «Башҡорт­остан» гәзите ойош­тор­ған «Таланттарҙы данлай Тыуған ил» бәйгеһендә башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарып, еңеүсе була. Ә 2015 йылда район мөнәжәтселәр ярышында – Гран-при, Сибай ҡалаһында үткән республика мөнәжәт һөйләүселәр бәйгеһендә III дәрәжәле диплом һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналының махсус призын ала. Былтыр иһә республикала беренсе тапҡыр үткәрелгән «Ҡыҙыл йәйләүе» тип аталған башҡорт этник конкурсында ҡатнашып, йәнә Гран-при яулауға өлгәште.

Фатима Ғәбделкәбир ҡыҙының тормошо күптәргә өлгө. Ауылдың ағинәйе булараҡ, биш ваҡыт намаҙын да, ураҙаны ла ҡалдырмай, халыҡ табибәһе лә, ейән-ейәнсәрҙәренә бына тигән өләсәй ҙә. Гәзит-журналдарға әүҙем яҙылып, Башҡортостан матбуғатын яратып уҡыусы автор ҙа ул. Район гәзитенән башлап республикала сыҡҡан «Башҡортостан», «Башҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙел», «Йәшлек», «Киске Өфө», «Йәншишмә», «Аманат» кеүек баҫмалар ҙа уның иғтибарынан ситтә ҡалмай. Үҙенең дә «Ғаиләм – ҡәлғәм», «Ғүмерем миҙгелдәре» исемле китаптары донъя күрҙе.
Былтыр ғүмер кисергән Рысҡужа ауылында уның 70 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе үтте. Туғандары, дуҫтары, ауылдаштары, «Ҡуңыр буға» һәм «Йәйғор» әҙәби ойошмалары ағзалары әҙибәне ихлас тәбрикләне. Ейән-ейәнсәрҙәре иһә Фатима апайҙың балалар өсөн ижад иткән шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Улар «Йәншишмә»не уҡыусыларға ла оҡшар, тип уйлайбыҙ.

Зөһрә КАШАПОВА, «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы етәксеһе.
Әбйәлил районы.

Ғәлинур – һалдат

Ракетала хеҙмәт иткән
Атайым һалдат саҡта.
Үҫкәс, атай кеүек булам,
Әлегә торам һаҡта.

Ике малай мажараһы

Олатай тәгәрмәс майлай,
Эш арбаһын йүнәтеп.
Илһам менән Ғәлинур
Ситтә тора күҙәтеп.

Атын егеп олатай
Сығып китте урманға.
Сәпиттәрен майларға
Ваҡыт етте уларға.

Алып булмай дегетте,
Биҙ(е)рә тора сөйҙә.
Ул итәләр, был итәләр –
Етеңкерәмәй кәүҙә.

Ғәлинур баҫып түмәргә,
Биҙ(е)рәгә үрелде,
Дегет башҡа түгелде.
Бына ғәжәп: Ғәлинурға
Көн төн булып күренде.

Илһам илай ҡысҡырып,
Өләсәһен саҡырып.
Үкенесле: сәпит кенә
Майһыҙ ҡалды ултырып.

Бәләкәй «хәзәйкә»

Бишен тултырҙы Ләйсән,
Әле мәктәпкә бармай.
Әсәһе эшкә киткәндә
Кескәй Илдарҙы ҡарай.

Өйҙө тәртиптә тота,
Һауыт-һабаны йыуа.
Әсәһе эштән ҡайтҡансы
Өйҙә «хәзәйкә» була.

Теүәтәй

Айбулат менән Фәриткә
Туп алып ҡайтты атай.
Тупты берәү генә алған,
Ә өйҙә ике малай.

Талашалар, илашалар,
Миңә лә миңә, тиеп.
Шул саҡта әсәһе тупты
Бирҙе урталай бүлеп.

Әсәй килеп ҡатнашҡас,
Малайҙар тынысланды.
Икеһе лә баштарына
«Теүәтәй» кейеп алды.

Илһам «бассейнда»

Беҙҙең ишек алдында
Оло феләк ултыра.
Көн дә иртән әсәй уға
Ҡоҙоҡтан һыу тултыра.

Илһам әле кескенә,
Тик тормай ул һис кенә.
Һыу инергә төшөп киткән
Һыулы феләк эсенә.

Ағайым – шофёр

Вәхит ағайым – шофёр,
Машинала елдерә.
Утын-бесәнде лә хәҙер
Урмандан ул килтерә.

Хәмзә менән Ғәле

Хәмзәгә беҙ уйынсыҡ ат
Алып ҡайттыҡ баҙарҙан.
Ат арбала баҫып тора,
Төҫө алма сыбарҙан.

Хәмзә менән Ғәле хәҙер,
Ат булғас, бушамайҙар.
Ваҡытында төшкө ашты
Инеп тә ашамайҙар.

Ямғырҙан ҡасып малайҙар
Йүгереп өйгә ингән.
Ә аттары тышта ҡалып,
Еүешләнгән, ебегән.

Еүеш атты йығып һалып,
Тиреһен тунағандар.
Олатай сыҡһа, ат һуйҙыҡ, тип
Ҡыуанышып торғандар.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code