Рәхмәт әйтерҙәр беҙгә!

Әкиәт

Борон замандарҙа түгел,
Әле беҙҙең көндәрҙә,
Тәбиғәттең ҡосағында
Йәшәгән, ти, бер ғаилә.

Ер-әсәнең шәфҡәт нуры
Бар йыһанды балҡытҡан,
Күкбатырҙың эшсәнлеге
Тирә-яҡта дан тотҡан.

Урманһылыу, Яланбикә –
Уңған, сибәр ҡыҙҙары.
Һыутиҙ, Ҡырбай, Тауташ атлы
Булған батыр улдары.

Уллы-ҡыҙлы күркәм ғаилә
Бик татыу ғүмер иткән.
Бер-беренә ярҙам итеп,
Шатланып донъя көткән.

Урманһылыу үҙ илендә
Күп ағастар үҫтергән,
Ҡоштарының моңло йырын
Дәртле көйгә күсергән.

Барса йыртҡыс, кейек-ҡошҡа
Урман ожмахтай булған,
Иркенлектә, хозурлыҡта
Көн артынан көн тыуған.

Яланбикәнең ерендә
Хуш еҫтән баш әйләнгән.
Аллы-гөллө сәскәләрҙән
Таҡыялар үрелгән.

Күбәләктәр вальс әйләнгән,
Сиңерткәләр һайраған,
Моңло ҡурайҙың тауышы
Алыҫҡа яңғыраған.

Ҡырбайҙың сикһеҙ ҡырында
Игендәр шаулап үҫкән.
Бойҙай, һоло, арыштарҙан
Көшөл һығылып төшкән.

Һыутиҙ етеҙ бар донъяны
Саф һыуға кинәндергән,
Барса тереклек һәм затты
Паклыҡҡа төрөндөргән.

Йылға-күлдәрендә һәр саҡ
Балыҡ үрсетеп торған.
Аҡҡоштары, һыу ҡоштары
Кинәнеп унда йөҙгән.

Ә Тауташтың мәғәрәһе
Ынйы-мәрйендән торған.
Ҡаяһына ҡыйыу ҡоштар –
Бөркөттәр оя ҡорған.

Ер-әсә лә, Күкбатыр ҙа
Балаларын яратҡан,
Улар менән ғорурланған,
Тыныс ал таңдар атҡан.

Көтмәгәндә ғаилә күген
Ҡара болот ҡаплаған.
Насар бәндәләр был ергә
Яуызлығын башлаған.

Урманһылыуҙың илендә
Ағастарҙы ҡырҡҡандар,
Урмандағы кейектәргә
Рөхсәтһеҙ ау асҡандар.

Яланбикәнең ерендә
Сүплек яһап ҡуйғандар.
Шифалы үләндәренән,
Әйтерһең дә, туйғандар.

Ҡырбайҙың бар байлығына
Химикаттар һипкәндәр.
Оҙаҡламай баҫыуҙарын
Шыр яланғас иткәндәр.

Һыутиҙҙең дә етеҙлеген
Улар боғаҙлап алған,
Меҫкен балыҡтарға хатта
Һанаулы көндәр ҡалған.

Тауташты аҡтарып ташлап,
Тигеҙ ер ҡалдырғандар,
Ынйы-мәрйендәрен алып,
Сит илгә оҙатҡандар.

Ер-әсә үкһеп илаған,
Күкбатыр ҙа таушалған.
Ҡара төтөнгә тонсоғоп,
Бар йыһан уйға ҡалған.

Шул саҡ әллә ҡайҙан ғына
Миһырбан пәйҙә булған,
Яуызлыҡҡа ҡаршы сығып,
Һәммәһен кире борған.

Тәбиғәтте һаҡлау өсөн
Ҡурсаулыҡтар яһаған,
Ҡош-йәнлек, үҫемлектәргә
«Ҡыҙыл китап» яҙҙырған.

Ер-әсә лә, Күкбатыр ҙа
Быға бик һөйөнгәндәр,
Барса халыҡты йыйғандар,
«Дуҫ йәшәйек», – тигәндәр.

Тәбиғәт менән ҡулға-ҡул
Йәшәһәк әгәр бергә,
Ер-әсә Күкбатыр менән
Рәхмәт әйтерҙәр беҙгә!

Айзат МӨХӘМӘТУЛЛИН, VIII синыф уҡыусыһы.
Краснокама районы, Яңы Бөртөк мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code