Рәсәй тикшереү көндәре

Бөтә Рәсәй тикшереү көндәре билдәле булды. Ул, мәктәп етәкселеге хәл итеүенсә, IV – VI һәм XI синыфтар өсөн уҙасаҡ. Сығарылыш синыфтары өсөн һынау 20 мартта сит телдән башлана. 21 март – тарихтан, 3 апрель – географиянан, 5-е – химиянан, 10-ы – физиканан, 12-һе биологиянан үтә. 17, 19 апрелдә дүртенселәрҙе иң беренсе урыҫ теленән тикшерәсәктәр, 24-е – математиканан, 26-һы – тирә-яғыбыҙҙағы донъянан. Бишенсе­ләр 17 апрел­дә урыҫ теленән көсөн һынай, 24-ендә – тарихтан, 26-һында – биологиянан. Ә алтынсылар математиканан тикшереү эштәрен 18 апрелдә яҙа. Ҡалған һынауҙар 20-һендә – биологиянан, 25-ендә – урыҫ теленән, 27-еһендә – географиянан, 11 майҙа йәмғиәтте өйрәнеүҙән уҙғарыла.

Уҡыусылар өсөн һынау үҙҙәренең уҡыған мәктәбендә уҙа. Уның баһалары аттестат алыуға, икенсе синыфҡа күсеүгә тәьҫир итмәй. Балалар­ҙың башҡарған эштәре шул көндө үк тикшерелә.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code