Рәсәй Президентын һайлаясаҡбыҙ

Уҙған йылдың 18 декабрендә, тауыш биреүгә теүәл өс ай алдан, рәсми рәүештә Рәсәй Президентын һайлау кампанияһы башланып китте. Фе­дерация Советының «Российская газета» баҫмаһында сыҡҡан 2018 йылдың 18 мартында һайлауҙар уҙғарыу тураһындағы ҡарары уға старт бирҙе. Һайлауҙар Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәйгә яңынан ҡушылыуына дүрт йыл тулыу менән тап килә.

Кандидаттарға съез­дарҙа рәсми тәҡдим итеү процедураһын үтеү йәки һайлаусылар төркөмдәре йыйылыштарында хуплау табыу, Үҙәк һайлау комиссияһына документтар тапшырыу, ҡултамғалар йыйыу, ҙур агитация эшен уҙғарыу һәм телевидениела, радиола оппоненттар менән дебаттарҙа ҡатнашыу өсөн 90 көн бирелә.
Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко аңлатыуынса, үҙ-үҙҙәрен тәҡдим итеүселәр 20 көн дауамында үҙ файҙаһына һайлаусылар йыйылышын уҙғарып, Үҙәк һайлау комиссияһына осрашыу протоколы һәм башҡа кәрәкле документтар менән килә ала. Партиялар­ға йыйылыштар үткәреү һәм кандидаттар тәҡдим итеү өсөн күберәк ваҡыт – 25 көн бирелә. Шунан һуң Үҙәк һай­лау комиссияһы бөтә документтар­ҙы тикшерә, махсус һайлау иҫәбен асыу­ға рөхсәт бирә һәм кандидаттар ҡул­там­ғалар йыя башлай ала. Был осор 31 ғинуарҙа Мәскәү ваҡыты менән киске сәғәт 6-ла тамамлана.
Кандидаттар араһында кемдәр бармы? Григорий Явлинский («Яблоко»), Павел Грудинин (КПРФ), ЛДПР-ҙан Владимир Жириновский, телевидение алып барыусыһы Ксения Собчак һәм башҡалар. Оҙаҡ ваҡыт тынлыҡ һаҡлағандан һуң Владимир Путин да Рәсәй Президенты һайлау­ҙарында кандидат булараҡ ҡатнашасағын әйтте. Был турала дәүләт башлығы ГАЗ автомобиль заводы ветерандары һәм хеҙмәтсәндәре менән осрашыуҙа белдер­ҙе.
Владимир Путиндың вәкәләт ваҡыты 2018 йылдың 7 мартында тамамлана. Әйткәндәй, ул президентлыҡҡа дәғүәсе сифатында һайлау алды кампанияһында дүртенсегә ҡатнаша. Һайлауҙа еңгән осраҡта дәүләт башлығы вазифаһын 2018 йылдан 2024 йылға тиклем тағы алты йыл биләйәсәк. Рәсәйҙең Президенты итеп ул беренсе тапҡыр 2000 йылда 4 йылға һайланғайны.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code