«Рәсәй һыуы» акцияһы

Апрель башынан һыу ятҡылыҡтарын һәм уларҙың ярҙарын таҙартыу буйынса «Рәсәй һыуы» акцияһы башланғайны. Ул 15 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Уҙған йылда был сарала Рәсәйҙең 80 төбәгенән 1 миллион 500 кеше әүҙемлек күрһәткән. Барлығы 10 мең һыу ятҡылығы таҙартылған, ҡатнашыусылар тарафынан 239,5 мең кубометр сүп-сар йыйылған. Акция һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан, Ингушетия, Хакасия, Мордовиянан ғына ҡалышып, дүртенсе урынға сыҡҡан. Беҙҙең республикабыҙҙан 177 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан, 1 мең 621 сара ойошторолған. Уның барышында 750 һыу ятҡылығы таҙартылған, күбеһе күҙәтеү аҫтына алынған, 713 мең 510 кубометр сүп-сар сығарылған. Бигерәк тә Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы, Учалы, Туймазы, Мәләүез райондары акцияны күтәреп алған.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code