Поезда Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән

Ҡыш бабай, Ҡарһылыу янында.

– Иғтибар, Дим – Шаҡша маршруты менән йөрөүсе электричка беренсе платформаның беренсе юлына килә!
Ошондай иғлан ишетелеү менән муйындарына Рәсәй тимер юлы логотибы төшөрөлгән шарфтар бәйләгән ҡыҙҙар, малайҙар перронға сығып баҫты. Күп кенә күренәләр. Баҡтиһәң, шиғыр, хикәйә яратҡан, үҙҙәре лә ижад иткән балалар икән. Уҙып барған йылды шулай шиғырҙарын уҡып, тәгәрмәс туҡылдауы аҫтында оҙатырға йыйылғандар. Электричка ла ябай түгел. «Әҙәби электричка» тип атала ул.

Был проект өс йыл элек барлыҡҡа килгән. Уны Баш­ҡортостан ҡала-тирә пассажирҙар компанияһы «Бельские просторы» журналы менән берлектә ойошторған. Быйыл етенсе тапҡыр ошондай әҙәби сәфәргә сығыуҙары. Бынан тыш, экология һәм хоҡуҡ буйынса ла ошо йүнәлештәге белгестәрҙе саҡырып, сәйәхәттә бул­ғандар икән. Балалар менән мауыҡтырғыс һөйләшеүҙәр үткәрелгән. Юл буйына ҡыҙҙар, малайҙар әллә күпме мәғлүмәт белеп ҡалған.
Ә был сәфәр ябай түгел ине. Ул Яңы йылға арнал­ғайны.

«Беҙ юлға сығырға әҙер!»

– Бөгөнгө сәйәхәттә 40-ҡа яҡын бала ҡатнаша. Улар – «Бельские просторы» журналы ҡарамағында барлыҡҡа килгән «Корифеи» әҙәбиәт мәктәбендә шөғөлләнеүселәр. Ижад емештәре беҙҙең журналда баҫылып тора. Өфөнән генә түгел, төрлө райондарҙан да килгәндәр. Шулай уҡ Өфө балалар тимер юлының «Йәш тимер юлсы» түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр ҙә күп. Улар өсөн бындай сара электричкаға ултырып йөрөп кенә ҡайтыу түгел, ә үҙ-ара аралашыу, тәжрибә туплау майҙансығы ла булып тора. Ҡыҙҙар, малайҙар юл буйына үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштыра, араларында тәҙрәнән һоҡланып ҡарап барып, күңелдәрендә шунда уҡ шиғыр тыу­ғандар ҙа бар. Ә иң мөһиме – йәш таланттарға асылыу өсөн бө­тә мөмкинлектәр тыу­ҙырылған. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, йөҙҙәре ниндәй ҡәнәғәт. Уҙған йыл Әҙәбиәт фес­тиваленә төрлө тарафтар­ҙан баш ҡалаға бик күп ҡунаҡтар йыйылғайны. Шунда үҙебеҙ менән Мәскәүҙән килгән балаларҙы алдыҡ. «Әҙәби электричка»ла Инйәргә тиклем барҙыҡ. Ундағы «Көньяҡ Урал» ҡурсаулығын күреп, иҫтәре китте. Аҙаҡ: «Баш­ҡортостандан һуң Мәскәү шундай күңелһеҙ, һоро төҫтә кеүек күренә», – тип яҙҙылар. Үҙебеҙҙең балалар ҙа республикабыҙҙың иҫ китмәле матурлығын, байлығын күреп, белеп үҫә, – ти «Бельские прос­торы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, Башҡортостан Яҙыусылар союзының урыҫ телле яҙыусылар берекмәһе рәйесе Светлана Чураева.
…Бына электричка ҡуҙ­ғалып та китте. Вагон балалар менән шығырым тулы. Башҡортостан ҡала-тирә пассажирҙар компанияһы етәксеһе Сергей Иванович Спатар барыһын да Яңы йыл менән ҡотлап, хәйерле юл теләне.
Бер заман көтмәгәндә ел һыҙғырған тауыш ишетелде. Балалар һағайып ҡалды. Нимә булыр икән? Ә-ә-ә, Ҡышбикә килгән бит! Матур итеп йылмайып иҫәнләшкәс, балалар менән төрлө уйындар үткәрҙе, һәләттәрен тик­шер­ҙе. Яңы йыл тураһында йырҙар башҡарҙылар. Ҡыш бабай килгәнсе әҙерләнеберәк торорға кәрәк бит. Шунан ғына күмәкләп уның менән Ҡар­һылыуҙы саҡырҙылар. Оҙаҡ көттөрмәнеләр. Күстәнәстәр һалынған тоғон йөкмәп иң алдан – Ҡыш бабай, артынан Ҡар­һылыу килеп тә инде. Бәй, был бит башҡорт Ҡыш бабайы. Балалар уны кейемендәге орнаменттар­ҙан шунда уҡ танып ҡалды. Таяғының башына ла ҡурай тажы ҡуйылған да­һа.
Ысын байрам башланды. Ҡыш бабайҙың йыл буйы һорауҙары ла күп йыйылған. Балаларҙың һәләттәрен дә күргеһе килде. Ә тегеләре, бер-береһен уҙҙыра-уҙҙыра, шиғырҙарын һөйләне. Рәхәтләнеп уйындарҙа ҡатнаштылар. Вагон геү килеп торҙо. Бигерәк талантлы балалар йыйылған да ул! Үҙҙәре ҡыйыуҙар. Бер-бер артлы Ҡыш бабайҙың эргәһенә сығып баҫып, һөйләнеләр ҙә һөйләнеләр. Ә күстәнәстәр барыһына ла етерлек ине.
Шулай Шаҡшаға барып, кире Өфөгә ҡайтып еткәнде лә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Сәфәр барыһына ла оҡшаны. Эх, тағы ла берәй йөрөп ҡайтырға ине үҙҙәре менән…

Х. ХӘСӘНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code