Яҙыусы ағай килде ҡунаҡҡа

VII синыфта әҙәбиәт дәресенә билдәле прозаик, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, Муса Мортазин һәм Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премиялар лауреаты Мәүлит Ямалетдиновты саҡыр­ҙым. Ул уҡыусыларға мәктәп программаһына ингән «Көрәш, кеше!» шиғыры, «Еҙ ҡомған» хикәйәһе аша яҡшы таныш. Шулай уҡ Мәүлит Ямалетдиновтың романдары, повестары, әкиәттәре, эпос-дастандары, шиғри йыйынтыҡтары, тәржемәләре лә беҙгә бик оҡшай. Уҙған йылда Мәүлит Байгилде улы «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма» китабын баҫтырып сығарҙы. Яҙыусы 1992 йылда Валерия Порохованың шиғри ауҙармаһында­ғы «Коран. Переводы смыс­лов» китабын уҡып сыҡҡас, был эшкә тотона. 25 йылдан был мөғжизәле китап донъя күрә. Шунан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма теат­рында китаптың исем туйы үткәрелә.

Тулыһынса уҡырға “Яҙыусы ағай килде ҡунаҡҡа” »

Иң иҫтәлекле көнөбөҙ

Гимназиябыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте. Уның иң иҫтәлекле көнө шағирә, журналист Лариса апай Абдуллина менән осрашыу булды.  Беҙҙе, гимназия уҡыусыларын, ҡунағыбыҙҙың бала сағы нисек үтеүе, ижады ҡыҙыҡһындырҙы. Лариса апай һәр һорауға ихлас яуап бирҙе. Уҡыусылар шағирәнең шиғырҙарын ятлап ишеттерҙе.

Тулыһынса уҡырға “Иң иҫтәлекле көнөбөҙ” »

Башҡортостанда йәшәүселәр макулатура тапшырып, ағастарҙы ҡотҡара ала

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Макулатура тапшыр — ағасты ҡотҡар!» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға саҡыралар. Сара 14 майҙан 15 июнгә тиклем ярыш форматында уҙғарыла. 300 килограмдан ашыу макулатура тапшырған ҡатнашыусыларға аҡсалата премия һәм ҡиммәтле бүләктәр ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт — эко-марафон сайтында.

Тулыһынса уҡырға “Башҡортостанда йәшәүселәр макулатура тапшырып, ағастарҙы ҡотҡара ала” »

Башҡортостан Башлығы менән һөйләш

19 апрелдә республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов тура эфирҙа республика халҡы һорау­ҙарына яуап бирәсәк.
Йыл һайын үткәрелгән “Башҡортостан Башлығы менән әңгәмә” программаһы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Россия – 24. Башкортостан”, “Вся Уфа” каналдарында, “Спутник ҒМ”, “Радио России Башкортостан” радиостанцияларында барасаҡ.
Һорауҙарҙы берҙәм шылтыратыуҙар үҙәге ҡабул итә. Ул 12 апрелдә башланды һәм эфир тамамланғансы эшләйәсәк. Телефон һандары: 8-800-347-03-47. Көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтырата алаһығыҙ. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай.

Башҡортостанда егет уҡыусыларға бысаҡ менән ташланған һәм мәктәпкә ут төрткән

Стәрлетамаҡтағы 1-се мәктәптә ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән. Уҡыусы балаларға бысаҡ менән ташланған, һуңынан класҡа ут төрткән.
«Мәктәптә ниндәйҙер егет бысаҡ тотоп йүгереп йөрөнө. Уҡытыусы ишекте тотоп торҙо, һуңынан кабинетҡа килеп инде. Егет бер ҡыҙға бысаҡ менән сәнсте, ҡыҙ иһә икенсе ҡаттан һикерҙе», — ти ваҡиға шаһиттары.

Тулыһынса уҡырға “Башҡортостанда егет уҡыусыларға бысаҡ менән ташланған һәм мәктәпкә ут төрткән” »

Башҡорт ҡыҙы «Рәсәй һылыуҡайы-2018» конкурсында иң яҡшы милли кейем өсөн дипломға лайыҡ булды

Земфира Байдәүләтова «Рәсәй һылыуҡайы-2018» милли матурлыҡ конкурсында иң яҡшы милли кейем өсөн дипломға лайыҡ булды. Был хаҡта «Һылыуҡай-Bashkirian Beauty» студияһы директоры Линара Таһирова хәбәр итте.
19 йәшлек Земфира Байдәүләтова 70 мең ғаризанан тәүге 20 исемлегенә инде. Интернетта тауыш биреүҙә Земфира етенсе урынға сыҡты.
Земфира — ғаиләлә һигеҙенсе бала, уның алты ағаһы һәм бер апаһы бар. Ҡыҙҙың яратҡан китаптары — Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ»ы, Лев Толстойҙың «Һуғыш һәм солох»ы, яратҡан фильмы — Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән». Һылыуҡай баскетбол уйнарға ярата.
Тулыһынса уҡырға “Башҡорт ҡыҙы «Рәсәй һылыуҡайы-2018» конкурсында иң яҡшы милли кейем өсөн дипломға лайыҡ булды” »

Башҡорт теленән региональ диктант — 2018

Башҡорт дәүләт университеты тарафынан быйыл инде дүртенсе тапҡыр башҡорт теленән региональ диктант ойошторола.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт теленән региональ диктант яҙыу – түләүһеҙ үткәрелә торған акция, был акцияла теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Был сараны үткәреү принциптары урыҫ теленән тоталь диктант яҙҙырыу тәртибе менән тап килә. Ойоштороу комитетының һәм Баһалама комиссияһының ағзалары исемлеге, эштәрҙе тикшереү һәм баһалау критерийҙары билдәләнгән.
Тулыһынса уҡырға “Башҡорт теленән региональ диктант — 2018” »

«Аҙна һайын — отош»

Дуҫтар, әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙ уйында ҡатнашыу өсөн квитанцияларының күсермәһен ебәрә башланы ла инде. Бисмилла итеп, бөгөн шулар араһында бүләк уйнатабыҙ. Бәхет кемгә йылмайыр икән?
Был матур кәсәләр Белорет районы Йөйәк ауылына юлланасаҡ. Бүләкте Нәсимә инәй Сәй­ғәфәрова отто. Уны ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Уйын башланып ҡына тора, бүләктәр күп. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ.

«Йәншишмә»гә яҙыл да бүләк от!

2018 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыуҙың ҡыҙған мәле. Ошо уңай­ҙан «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто «Туған телеңдәге баҫмаға яҙыл!» марафонын иғлан итте. Ул подписка тамамлан­ғансы барасаҡ.
«АҘНА ҺАЙЫН ОТОШ» уйынын гәзит уҡыу­сыларыбыҙ көтөп ала һәм теләп ҡатнаша. Быйыл да нәшриәт йорто матур бүләктәр әҙерләгән. Уйында ҡатнашыу өсөн «Йәншишмә»гә яҙылырға ла квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә генә кәрәк. Еңеүсе һәр аҙна осраҡлы һайлап алыу юлы менән билдәләнә­сәк. Уларҙың исемдәре гәзитебеҙ битендә донъя күреп барасаҡ. Ә СУПЕРПРИЗ отоу өсөн «Йәншишмә»гә һәм үҙегеҙҙең район йәки ҡала баҫмаһына яҙылыу мотлаҡ. Түләнгән подписка ҡағыҙҙарының күсермәһен ошо адрестар буйынса ебәрергә кәрәк: 450079, Өфө ҡала­һы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 8-се ҡат; «Баш­ҡортостан Республикаһы» нәшриәт йор­то дәүләт унитар предприятиеһы, Киров ура­мы, 45.
Үҙебеҙҙең гәзит-журналдарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыр өсөн барыбыҙға ла тырышырға кәрәк. Ә «Йәншишмә» – балалар өсөн башҡортса донъя күргән берҙән-бер гәзит. Унда ҡыҙҙар-малайҙар башлап үҙҙәренең ҡәләмен һынап ҡарай, аҙаҡ инде оҫтарып, хатта артабан яҙмыштарын журналист һөнәре менән бәйләүселәр бар.
Икенсе ярты йыллыҡта ла бергә ҡалайыҡ, дуҫтар! Гәзит, һәр ваҡыттағыса, төрлө конкурс­тар, акциялар, викториналар үткәреп тора. Унан ситтә ҡалмағыҙ, бүләктәр отоп ҡыуанығыҙ!

«Йәншишмә»гә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 477 һум 54 тин.
Индексы – П2765.