Сәскәйҙәрең толом-толом…

Айгүзәл Күскилдина.

Элек-электән башҡорт ҡыҙҙары оҙон сәсле булыуҙары менән айырылып торған. Уны үҫтереүгә һәм тәрбиәләүгә ҙур иғти­бар бүлгәндәр. Халҡыбыҙ ижадында йәшәп килгән ошо хаҡтағы йыр-таҡмаҡтар ҙа, мәҡәл-әйтемдәр ҙә, тыйыуҙар ҙа былар­ҙы асыҡ дәлилләй. Шулай уҡ сәстәрҙе көн һайын тарап-үреү ҙә ҡыҙҙарҙы теүәллеккә, таҙалыҡҡа өйрәтмәй ҡалма­ған.

Бәйге бара.

Сибай интернат-гимназия­һында үткән «Сәскәйҙәрең толом-толом…» конкурсына оҙон сәсле һылыуҡайҙар һайлап алынды. Мәҫәлән, унынсынан Гөлдәриә Вәлиева сәсен 102 сантиметрға тиклем үҫтергән. Башҡалар ҙа унан ҡалышмай – 60-тан алып 86 сантиметрға еткән сәс оҙонлоғо менән маҡтана алды.
Береһенән-береһе аҡыллы, матур ҡыҙҙар үҙҙәре менән яҡындан таныштырҙы. Уларға ҡарап һоҡланмаған кеше булмағандыр ҙа.
Гимназиябыҙҙа тәүге йыл ғына белем алған Зөлфирә Аб­драхманова үҙен шиғри күңелле, рухлы итеп танытып өлгөрҙө. Баймаҡ ҡыҙы Нурзилә Исхаҡова менән Хәйбулланан Айгүзәл Күскилдина бейеү сәнғәтенә ғашиҡ, өҫтәүенә, спортсылар ҙа. Бар яҡлап әүҙем Миңлегөл Нураева – синыф старостаһы, «Арғымаҡ» ирекмәндәр командаһы етәксеһе йөгөн уңышлы тарта. Яҙгөл Рәсүлева ҡурай түңәрәгендә теләп шөғөлләнһә, Гөлдәриә Вәлиева киләсәктә үҙен физика-математика өлкәһендә күрә.
Ҡыҙҙар башҡорт милли кейемендә мода күрһәтте, бейеү башҡарҙы, фольклор буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Аш-һыуға, өҫтәл әҙерләүгә лә маһирлыҡтары иҫәпкә алынды. Өйгә эш итеп бирелгән сәсмәү эшләүгә лә яуаплы ҡараған бәйгеселәр. Шулай уҡ ҡыҙҙарыбыҙ сәс тәрбиәләү буйынса халҡыбыҙ рецептары менән таныштырҙы, яңғыраған өҙөктәрҙән йырҙарҙы танып белде.
Еңеүселәрҙе билдәләү еңел булманы. Шулай итеп, «Маһирлыҡтың юҡтыр сиктәре» номинацияһы бүләге – Гөлдәриә Вәлиеваға, «Үҙ эшенең оҫтаһы» – Яҙгөл Рәсүлеваға, «Рух илсеһе» – Зөлфирә Абдрахмановаға, «Заман һылыуҡайы» – Миңлегөл Нураеваға, «Сәхнә алиһәһе» Нурзилә Исхаҡоваға бирелде. БДУ-ның Сибай институты­ның махсус призы иһә Зөлфирә Абдрахмановаға тапшырыл­ды. Ә гимназия һылыуҡайы булып Айгүзәл Күскилдина танылды.
Шуныһы ҡыуаныслы: был конкурс уҡыусыларҙың күңелендә сәм дә, дәрт тә, халҡыбыҙ рухына һөйөү ҙә уята алды. Ни тиһәң дә, гүзәллек бәйгеһе үҙеңде сәхнәлә тота белергә, сая булырға өйрәтә. Башҡорт милли кейемендә сығыу үҙе үк милләтеңә ғорурлыҡ тойғоһо уята.

Айгизә ӘБДИСОВА, «Ҡаурый ҡәләм» түңәрәге ағзаһы.
Сибай ҡалаһы.

Оҫтабикәләр ҡунаҡҡа килде

Фатима Хәйретдинова бейей.

Гимназиябыҙға төрлө райондарҙан йыйылған башҡорт рухлы, белемле, уңған һәм дәртле оҫтабикәләрҙән генә торған «Селтәр» студияһы ҡунаҡҡа килде. Альбина Күсимова, Вәсилә Камалетдинова, Лилиә Нафиҡова, Фатима Хәйретдинова, Зәрилә Тәтегәсова, Гөлгөнә һәм Зөләйха Рыҫҡоловалар – республикабыҙҙа уҙғарылған бөтә мәҙәни сараларҙа ҡатнашҡан, «Өләсәйем һандығы» программаһына ярашлы, башҡорт халҡының милли кейемдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре, бейеүҙәре, йыр­ҙары хаҡында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренә, мәктәп уҡыусыларына тулы мәғлүмәт еткереүсе, тәрбиәүи эш алып барыусы әүҙем апайҙарыбыҙ. Улар башҡарыуында матур йырҙар, дәртле бейеүҙәрҙе уҡыусылар йылы ҡабул итеп, дәррәү алҡышланы.
Күҙ нурҙарын түгеп, үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡашмау, түшелдерек, алъяпҡыс, балаҫ, таҫтамалдарҙан торған күргәҙмә балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Өлкән апайҙарҙың әсәй-өләсәйҙәренән ҡалған боронғо милли кейемдәр, йыр-бейеү легендалары хаҡында һөйләүҙәре айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Фатима апайҙың ейәнсәре Аделина Хәйретдинова ла күстәнәс менән килгән, матур бейеү бүләк итте ул.
Кисәне моңло, дәртле көйҙәре менән гимназиябыҙҙың ҡурай түңәрәге етәксеһе Руслан Рафаэль улы Мөлөков биҙәне. Башҡорт мәҙәниәтен, сәнғәтен күтәреп, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләп йөрөүсе арҙаҡлы апайҙарыбыҙға һаулыҡ теләйбеҙ, тағы ла ҡыҙыҡлы осрашыуҙар булыр, тип көтөп ҡалабыҙ.

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы, 102-се башҡорт гимназияһы.

Мостай илендә

Билал малайҙары бейей.

Быйыл республикабыҙҙың 100 йыллығы менән бергә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуын да билдәләйбеҙ. Бөйөк әҙиптең исеме бар донъяға таныулы. Уның әҫәрҙәре күп телдәргә тәржемә ителгән, пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр илдең төрлө сәхнәләрендә ҙур ҡаҙаныштар менән үтә.

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, милләт ғорурлығы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр

Беренсе Этҡол уҡыусылары сығыш яһай – «Беҙҙең өйҙөң йәме».

йылы уңайынан районда Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы тарафынан да төрлө саралар планлаштырылған. Шуларҙың береһе – мәҙәниәт бүлеге менән берлектә ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән «Мостай илендә» театрлаштырылған тамашалар конкурсы. Бәйге бөйөк шағирҙың әҙәби мираҫының иң яҡшы өлгөләрендә илһөйәрлек, кешелеклек, матурлыҡ сифаттарын тәрбиәләү, халыҡты сәхнә ижадына йәлеп итеү, уларҙың ижади һәләттәрен асыу маҡсатында ойошторола.
Апрель башында Ниғәмәт ауылында конкурсҡа старт бирелде. Унда үткән тәүге тамашала биләмәгә ҡараған Ниғәмәт, Байым, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай, Икенсе Этҡол һәүәҫкәрҙәре ҡатнашты. Сара барышында күренекле әҙиптең әҫәрҙәренән шиғри композиция, йыр­ҙар яңғыраны, «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Айгөл иле» әҫәрҙәренән өҙөктәр күрһәтелде. Театрлаштырылған тамашаны матбуғат ветераны, оҙаҡ йылдар Баймаҡ халыҡ театрында уйнаған Мөнир Маннапов, Халыҡ ижады үҙәге белгесе Сөмбөл Юлбахтина, үҙәк китапхана директоры Зилә Мортазина, китапхана хеҙмәткәрҙәренән торған баһалама комиссияһы ҡараны. Артабан сәхнәләштереүҙәр Беренсе Этҡол, Ярат, Билал, Түбә ауыл биләмәләрендә үтте.
Әйтергә кәрәк, был конкурста бөтәһе лә әүҙем ҡатнаша. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә онотолоп китеп Мостай илендә «сәйәхәт» итә. Һәр бер ауыл биләмәһе үҙенсәлекле сығыш яһай. Мәҫәлән, билалдар программаһын ике өлөшкә бүлеп, тәүгеһе мәҙәниәт йортоноң фойеһында үтте. Бында мәктәп уҡыусылары бөйөк шағирҙың шиғри гәүһәрҙәренән флешмоб ойошторҙо. Уның барышында Кендек менән Оло инәй образы һынландырылды, тамашасы бәләкәй Мос­тайҙың үҫеп етеп, оло шәхескә әүерелеүен күҙәтте. Шулай уҡ билалдар әҙиптең 100 йыллығына ҡарата махсус бейеү ҙә һалған.
Түбәлә мәктәп уҡыусылары «Үлмәҫбай» поэмаһын сәхнәләштерҙе. Төп ролде – Үлмәҫбайҙы уйнаусы VII синыф уҡыусыһы Никита Михайлов һүҙҙәрҙе яттан белеүе, яңылышмауы, образ

Түбә мәктәбенекеләр «Үлмәҫбай» поэмаһын сәхнәләштергән.

ға инеп китеүе менән хайран ҡалдырҙы. Ярат ауыл биләмәһендә Ярат мәктәбе уҡыусылары тарафынан «Өс таған» повесынан сәхнәләштерелгән өҙөк, Ғүмәр­ҙән 6 йәшлек Нургизә Хәсәнова һөйләгән «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» шиғыры менән һоҡландырһа, Беренсе Этҡол мәктәбе уҡыусылары «Беҙҙең өйҙөң йә­ме» повесын сәхнәләштереүе менән алдырҙы. Өл­кәндәр­ҙең, хеҙмәт ветерандарының, фольклор, вокаль ан­самбл­дәренең конкурс­тан ситтә ҡалмауы, Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен яттан

Ярат мәктәбе уҡыусылары «Өс таған»ды уйнай.

белеүе, йырҙарын ихлас башҡарыуы, ижады менән таныш булыуы, яратыуы һөйөндөрҙө.
Күренекле әҙиптең үлем­һеҙ әҫәрҙәре менән яңынан танышып, сәхнәләргә сығарып, бар халыҡты «Мостай иле»нә саҡырыу дауам итә. Май аҙағына тиклем райондың 22 ауыл биләмәһен­дә лә ошондай театр­лашты­рылған тамашалар үткәреү ҡаралған. Ә конкурс йомғаҡтары Театр йылын тантаналы ябыу сараһында иғлан ителәсәк.
Көҙ айҙарына Мостай Кәримдең 100 йыллығына ҡарата йәнә бер мәртәбәле конкурс көтә. Ул – «Аҡйегет һәм Аҡйондоҙ» район бәйгеһе. Һәр кемде саф мөхәббәт хистәренә ышандырыр, Мостай рухлы был конкурс Баймаҡ районында оҙаҡ йылдар дауамында үткәрелеп килә. Бер быуатлыҡ юбилей йылында ла ул йәштәрҙе битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанабыҙ.

Дилә АРЫҪЛАНОВА,
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы методисы.

Байрамға шағирҙың ҡыҙы ла килгәйне

Бүләкләнеүселәр Әлфиә Мостай ҡыҙы менән.

«Родина» кинотеатрында кескәй китап уҡыусылар өсөн ҙур байрам ойошторолдо. Ул балалар һәм үҫмерҙәр китабы, музыкаһы аҙналығына йомғаҡ яһауға арналғайны.

Быйылғы сара күренекле шәхесебеҙ Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына бағышланып, «Китап бәләкәй йөрәктәр­ҙә оло һөйөү уята» тип аталды. Баш ҡаланың бөтә балалар китапханаларында халыҡ шағирының тормошо һәм ижадына арналған төрлө әҙәби кисәләр үткәрелде.
Шуларҙың береһе Мостай Кәрим шиғырҙарын тасури уҡыу конкурсы булды. Ә иң оҫта шиғыр һөйләүселәр финалға сыҡты һәм кинотеатрҙа үҙ-ара ярышты. Уларҙың оҫталығын балалар өсөн яҙған күренекле шағирҙар баһаланы.
Еңеүселәр кемдәрме? Башланғыс синыфтар араһында – Өфөнөң 38-се балалар китапханаһынан Максим Гәрәев һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһынан Катя Головкина, ә өлкән йәштәге уҡыусылар араһында – Ксения Кордапольцева һәм Рөстәм Рәф­ғүтдиновтар.
Был байрамға Мостай Кәримдең ҡыҙы – Әлфиә апайҙың килеүе бөтәһе өсөн дә ҙур шатлыҡ булды. Ул шиғыр һөйләүселәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, атаһының китаптарын бүләк итте.

Сәлиә ВӘЛИЕВА,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһы хеҙмәткәре.
Өфө ҡалаһы.

Йәш журналистар ҙа тәрбиәләйбеҙ

Буласаҡ журналистар менән иҫтәлеккә фото.

Район үҙәк китапханаһында балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы ваҡытында «Күңелдән күңелгә» тип исемләнгән кисә үтте. Ғәҙәти булмаған был йыйынға район мәктәптәренән матбуғатта иң әүҙем яҙышҡан уҡыусылар уҡытыусылары менән бергә саҡырылғайны.

Ҡырҙас мәктәбенән Зәлиә Сәғәҙәтова уҡытыусыһы Лилиә Вәдүт ҡыҙы Йомағужина менән.

Рауил мәктәбенән Анжела Бугрова.

Ҡәләм тибрәтеүсе ҡыҙҙар, малайҙарға китапхана хеҙмәткәрҙәре туған тел, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт буйынса төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙе. Башҡорт яҙыусылары, уларҙың әҫәрҙәрен билдәләү буйынса мауыҡтырғыс уйындар ҙа ойошторолдо.
Балалар ҙа буш ҡул менән килмәгәйне. Йыйында ҡатнашыусылар Рауил мәктәбенән Анжела Бугрова, Иҙел Ғәлиуллин, Алина Камалова, Айзилә Рәхмәтуллинаның, Ишҡолдан Азалиә Атанғолова, Алһыу Мөхәмәтдинова, Әминә Мәхийәнова, Лилиана Ҡаһарманова, Нәркәс Ҡәйепова, Рәзинә Баҙарғолова һәм Юлиә Ниғмәтуллиналарҙың үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын тыңлап кинәнде. Ишҡолдан VI синыф уҡыусыһы Нәркәс Әбүзәрова иң күп шиғыр яҙыусы булараҡ танылһа, Ҡырҙастан IX синыф уҡыусыһы Зәлиә Сәғәҙәтованың яҙғандары эстәлеге менән барыһын да һоҡландырҙы. Был ике уҡыусының сығышын китапханасылар махсус бүләктәр менән билдәләне. Ошондай уҡ призды Анжела Бугрова ла алып һөйөндө. Етенсе синыфта ғына уҡыған был ҡыҙҙың киләсәге лә өмөтлө күренә. Тырышып белем дә ала, ата-әсәһенә бына тигән ярҙамсы ла. Һәр хәлдә, уҡытыусыһы Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы әйтеүенсә, мәктәптә үткән бөтә сараларҙың да уртаһында ҡайнай ул.
Осрашыу аҙағында «Йәйғор» ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәрзәнә апай Дәүләтшина үҙенең журналистика өлкәһендәге эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, балаларға аҡыллы кәңәштәрен биреп, Тыуған ил, тыуған төйәккә бағышлап яҙылған бер нисә мәҡәләһен уҡып ишеттерҙе.

Зөһрә КАШАПОВА,
«Йәйғор» әҙәби ойошмаһы етәксеһе.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 170,6 миллиард бүленде

2019 йылда Башҡортостанға милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға – 34,2 миллиард һум, ә алты йылда бөтәһе 170,6 миллиард һум бүленде.

Путиндың май указына ярашлы, Рәсәй Хөкүмәте октябрҙә 12 милли проектты ғәмәлгә ашырыуҙың ентекле программаларын тәҡдим итте. Ошо йүнәлештәр: һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, автомобиль юлдары, хеҙмәт баҙары, фән, һанлы иҡтисад, мәҙәниәт, бәләкәй эшҡыуарлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм экспорт, магистраль инфраструктура.

Республикаға бүленгән аҡса нимә өсөн тотонола, ниндәй өлкәләр күберәк аҡса алыр, Башҡортостанда йәшәүселәр ҡайҙа тормоштарының яҡшырыуын тойор? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы ошо һылтанма http://www.bashinform.ru/longread/nacproektyi буйынса таба алаһығыҙ.

Мәктәптән үк университетҡа әҙерләнәләр

«Роузи апай госпиталендә» тип аталған уйын нөктәһендә.

Өфө дәүләт нефть техник университетында 2017 йылдан үҙенсәлекле стратегик проект тормошҡа ашырылып ки­лә. Ул мәктәптәр, юғары уҡыу йортона тиклемге үҙәктәр ме­нән әүҙем бәйләнеш алып барыу, буласаҡ абитуриенттарҙы университет эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы үҙ эсенә ала.

Тулыһынса уҡырға “Мәктәптән үк университетҡа әҙерләнәләр” »

Мөғжизәләр һынландыра

Ябай ғына күренгән пластилиндан эшләнгән был илаһи ижад емештәренең матурлығына һоҡланып ҡарағанда «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр» тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә тағы бер ҡабат ышанаһың. Һәр береһенән айырым бер ихласлыҡ, йылылыҡ бөркөлөп торғандай…

Тулыһынса уҡырға “Мөғжизәләр һынландыра” »

Күңелле йәшәйбеҙ!

Ауылыбыҙ китапханаһында йыл да «Балалар китабы аҙналығы» уҙғарыла. Быйыл ул республикабыҙҙың һәм Мостай Кәримдең 100 йыллығына, Театр йылына арналды.

Тулыһынса уҡырға “Күңелле йәшәйбеҙ!” »