Осрашыуҙа ниндәй хаталар ебәрәһең?

Ҡыҙҙар өсөн һынамыш

1. Үлә яҙып ғашиҡ булған егет кафеға саҡыра. Һин:
А. Тәүҙә көндәлегемде ҡарап алам да, тиһең.
Б. Уның ҡиммәтле, киң билдәлеме икәнен белер өсөн, кафеның исемен һорайһың.
В. «Бер ниндәй фантазиялары юҡ та инде егеттәрҙең. Тағы кафеға саҡыра», тип уйлайһың.
Г. Әҙер булыуыңды белдереп, тиҙ генә: «Эйе», – тип ризалашаһың.
2. Осрашыуға ниндәй кейемдә барырға йыйынаһың?
А. Ҡупшы костюм менән салбар кейәсәкмен, йөрөүе уңайлы буласаҡ.
Б. Модалы дизайнер джинсыһында һәм топта.
В. Осрашыуҙар өсөн тә­ғәйенләнгән күлдәгемдә.
Г. Билде һығып ҡына торған ҡара мини-күлдәктә һәм үксәле ҡыҙыл туфлиҙа.3. Осрашыуға ваҡытында йөрөйһөңмө?
А. Ун биш минутҡа һуңлайым. Көтһөн әйҙә!
Б. Тәғәйенләнгән ва­ҡыт­ҡа бер нисә минут ҡал­ғансы барып етәм.
В. Биш минутҡа һуңлайым.
Г. Иртәрәк, 20 минут алдан, киләм. Ул, моғайын, кафела булыр.
4. Осрашыу ваҡытында ҙур сәскәләр гөлләмәһе бүләк итә. Һинең быға яуабың:
А. Рәхмәт әйтеп, сәскәләрҙе алып, өҫтәл ҡырына һалып ҡуяһың да меню ҡарай башлайһың.
Б. Гөлләмә өсөн рәхмәт белдереп, уның яҡынса нисә һум тороуын күҙаллайһың.
В. Бүләкте лайыҡлы ҡабул итеп алаһың да, ҡыҙыл раузалар бүләк итеү – иҫкелек ҡалдығы, тип уйлай­һың.
Г. Һоҡланыуыңды йәшермәй, осрашыу аҙағынаса рәхмәт белдерәһең.
5. Әңгәмә ваҡытында һин:
А. Серлелек һаҡлап, һорауҙарға ҡыҫҡа ғына яуап бирәһең.
Б. Һөйләшеүгә әллә ни иғтибар бирмәйһең, шу­лай ҙа тирә-яҡтағы ир-егеттәргә ҡарап-ҡарап ала­һың.
В. Көтмәгәндә элекке егетеңдең исемен һүҙгә ҡыҫтыраһың.
Г. Ҡапыл ғына ышанысына инеп, үҙеңдең шәхси тормошоңдо ентекләп һөй­ләп ташлайһың.
6. Һине кавалерың парлы бейеүгә саҡыра. Нимә эшләрһең?
А. Ризалашһаң да пионер аралығында йөрөүҙе хуп күрәһең.
Б. Был тәҡдимде хуплап, үҙең үк уны бейеүҙә алып йөрөтәһең.
В. Баш тартып, был – минең өсөн түгел, тиһең.
Г. Әлбиттә, бейейһең. Бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай.
7. Хушлашырға ла ваҡыт етте. Үбешергәме, юҡмы?
А. Үпмәһен өсөн тиҙ генә ҡулыңды болғайһың да өйгә инеп юғалаһың.
Б. Үбергә ынтылһа, өндәшмәй генә унан ҡасаһың.
В. Элек йөрөгән егеттәреңде уйлап, үбешәһең.
Г. Хушлашҡанда үҙең тәүләп үбәһең, егеттәр баҙнатһыҙ халыҡ бит.

Хәҙер инде яуаптарҙы тикшереп ҡарайыҡ

«А» яуабы күберәк булһа, һин – бигерәк яҡын килә алмаҫлыҡ ҡыҙ. Егеттең ихлас ҡыҙыҡһынып, күңелеңде күрергә тырышыуынан ҡасырға маташаһың. Һинең уйыңса, артыңдан оҙаҡ ҡына йүгереп йөрәгеңде яулағанда ғына үҙеңде ҡәҙерләп йөрөтәсәк. Тик был дөрөҫ ҡараш түгел. Ғашиҡ булған кешене ыҙалатып йөрөтә бирһәң, юғалтып ҡуйыуың да мөмкин.
«Б» өҫтөнлөк алһа, һаман һайлау юлындаһың. Яңы ғашиҡ булыусы кешең булыу һәйбәт, тик матурыраҡ, ышаныслы, аҡсалы икенсе берәү осрамаҫмы икән, тип көтәһең. Һин һәр яҡтан өлгөлө егетте эҙләүеңде дауам иткәндә әхирәттәрең һөйгәндәре менән киноға йөрөй, ваҡыттарын матур итеп уҙғара бирә, бер-береһенә хис-тойғоларын белдерә. Былай дауам итһә, үҙ бәхетеңде юғалтып ҡуйыуың да бар.
«В» яуабы артығыраҡ икән, үткәндәреңде онота алмайһың. Элекке романға күптән нөктә ҡуйылған булһа ла, һаман йөрәгең түрен биләй. Юҡһыныуыңды дауам итеп, ваҡытыңды буш­ҡа үткәрәһең. Элеккеләр тураһында уйлау яңы бәйләнеш булдырырға ла бик ҡамасаулай. Күптән оноторға ваҡыт инде, һине бәхетле итергә тырышыусы егеткә күҙ һал әле.
«Г»-ны күберәк һайлаусы ҡыҙ ваҡиғаларҙы ҡабаландыра. Әлеге егет икенсе берәүҙе һайлап ҡуйһа, үҙ бәхетемде таба алмаҫмын, тип ҡурҡаһың. Иғтибарын бүлә генә башлаһа, хыялында һин уға кейәүгә сығаһың… Белеүебеҙсә, үҙ-ара дуҫлыҡтың бындай шәп тиҙлектә нығыныуына егеттәр һис әҙер түгел, ҡасып китеүҙәре лә ихтимал. Уның менән матур ғына йөрөргә теләһәң, ашыҡма, йәме, барыһы ла үҙ яйы менән бар­һын.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code