Осраштырыр һуҡмаҡ

Кемдәр аңлар икән күңелеңде,
Табылырмы берәй үҙ кешең,
Өндәшмәйсә бары ҡулдарыңды
Ҡулдарыңа алыр серҙәшең.

Шундай берәү бармы икән ерҙә:
Һорамайса белер бөтәһен,
Асылмаған ерҙән асылырһың,
Килеп торһа ниҙәр көткәнең.

Кемдер күрер йылмайыуың аша
Йөрәгеңдең моңло һағышын.
Һеҙҙең юлдар инде йәнәш бара,
Яңғыҙ түгел һинең тормошоң!

Тын алыштан тойор хәлкәйеңде,
Ул – яртың, тик һиңә яралған.
Осраштырыр яҙмыш һуҡмаҡтары
Икәү араһына һалынған.

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА, БДУ студенткаһы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code