Основиндың тәүге голы

«Салауат Юлаев»ҡа үҙ боҙонда ике көн рәттән ике уйын үткәрергә тура килде. Бер ҙә еңелдән булманы, сөнки бынан ал­да ғына көслөләрҙән-көслө СКА (Санкт-Петербург) хәлдәрен алғайны бит. Шулай ҙа беҙҙең хоккейсылар һынатманы. Йәнә өс мәрәй яуланды. Үҙ дивизионында икенсе урынға күтәрелделәр.

«Витязь» (Подольск) клубын 2:1 иҫәбенә еңдек. Ошо уйында Вячеслав Основин үҙенең тәүге голын индерҙе. Әллә ни булғайны шул. Бик оҙаҡ гол индерә алмай яфаланды. Уның был уңышҡа нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Әйтерһең, ниндәйҙер хәл иткес гол индергән…
Мәскәүҙең «Динамо»һы быйыл әллә ни ырата алмай. Ә командала ярайһы көслө генә хоккейсылар тупланған. Мәҫәлән, Вадим Шипачёв, Дмитрий Кагарлицкий, Илья Никулин, Микс Индрашис­тар.
– Беҙгә мәрәйҙәр кәрәк, еңер өсөн килдек, – тип белдергәйне баш тренер­ҙары Владимир Крикунов.
Ысынлап та, «Динамо» ныҡ тырышты. Юлаевсылар ҙа бирешмәне, еңеп баралар ине – 1:0, 2:1. Тупаҫ хаталанып, иҫәпте тигеҙләтеп ҡуйҙылар. Голдарҙы беҙҙекеләрҙән Вячеслав Основин менән Пётр Хохряков индерҙе.
Төп ваҡытта еңеүсе асыҡланманы. Ә овертаймда ҡунаҡтарға уңыш йылмай­ҙы. Йәл, голды ҡапҡасыбыҙ бүләк иткән һымаҡ булды инде. Көтмәгәндә шайбаны «Динамо»ның һөжүм итеүсеһенә биреп торасы…
Был уйын шуныһы менән дә иҫтә ҡалды. Уны ҡарарға республикабыҙ Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та килгәйне. Абруйлы ҡунаҡтар араһында Владимир Жириновский ҙа бар ине.
Кисә Өфөгә «Спартак» (Мәскәү) килде. Был командала беҙгә таныш хоккейсылар күп кенә: Андрей Кутейкин, Әнүәр Лисин, Илья Зубов, Дмитрий Калинин, Никита Филатов… Үҙҙәрен яратып та өлгөргәйне көйәрмәндәр. Хәҙер инде улар юлаевсыларға ҡаршы уйнаны. Был хаҡта гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡыр­һығыҙ.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code